+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Ғаиләм тарихында һуғыш эҙе» акцияһында ҡатнашырға саҡыралар

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан Республика халыҡ ижады үҙәге «Ғаиләм тарихында һуғыш эҙе» мәҙәни интернет-акцияһына ҡушылырға саҡыра.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан Республика халыҡ ижады үҙәге «Ғаиләм тарихында һуғыш эҙе» мәҙәни интернет-акцияһына ҡушылырға саҡыра.

Акция социаль селтәрҙәргә видеороликтар һалыуҙы күҙ уңында тота. Ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли телдәрендә яҡындарының хәтирәләре буйынса ауылдаштарының яҙмышында һуғыш һәм һуғыштан һуңғы тәүге йылдар, тыл эшсәндәре һәм һуғыш йылдары балаларының яҙмыштары тураһында һөйләргә тейеш.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм тыл эшсәндәренең фотоһүрәттәрен, архив документтарын (хаттарҙы, хеҙмәт кенәгәләрен, орден-миҙалдарға награда ҡағыҙҙарын) файҙаланырға мөмкин.

Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Ҡатнашыу өсөн

  1. Фотоһүрәттәр, хаттар, хеҙмәт кенәгәләре, грамоталар, орден-миҙалдарҙы һ.б. файҙаланып, тейешле форматта яҙҙырыу өсөн материал әҙерләргә;
  2. Бер минутлыҡ сығышты видеоға төшөрөргә;
  3. Видеояҙманы 2020 йылдың 20 майына тиклем #ғаиләмтарихындаһуғышэҙе хештегтары менән шәхси аккаунтҡа, тематик төркөмдәргә һалырға;
  4. Видеоматериалдарҙы [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк.

Баҫылып сыҡҡан яҙмаларға талаптар:

  • акция барышында ҡатнашыусыларҙың сәхифәләре һәм тематик төркөмдәр асыҡ булырға тейеш;
  • акцияла ҡатнашҡан яҙмаларҙы билдәләргә кәрәк;
  • видеороликтар 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күп милләтле совет халҡы ҡаһарманлығының тарихи әһәмиәтен сағылдырырға тейеш.

Акция тамамланғас, иң яҡшы яҙмалар йомғаҡлау фильмына индерелә һәм ул Республика халыҡ ижады үҙәгенең YouTube каналына урынлаштырыла.

http://www.bashinform.ru/news/1443161-zhiteley-bashkortostana-priglashayut-k-uchastiyu-v-aktsii-voyna-v-istorii-moey-semi/

Читайте нас: