Ҡәҙерле дуҫтарым мин һеҙгә үҙем тураһында яҙмаһам да, әммә эсемде тишеп барған бер серем хаҡында һөйләргә булдым. Юғиһә, түҙерлек әмәл ҡалманы...
... Мин ғашиҡ булдым. 9-сы, 10-сы синыф уҡыусылары кеүек түгел, ә ысынлап!
Мөхәббәтемә ҡарата янған һөйөүем, гүйә, ялҡын кеүек бөтөн аңымды томалай. Һәм унан бер нисек тә ҡотола алмайым. Уның ҡарашы, тауышы, йәшкелт күҙҙәренең балҡышы – барыһы өсөн дә әллә нимәләр эшләргә әҙермен, тик, уға үҙемдең тойғоларым хаҡында әйтергә ҡыймайым...
Аңламаҫ, ҡыуып ебәрер тип ҡурҡам, сөнки мин беләм – ул шулай буласаҡ та... Юҡ, бәлки мин яңылышамдар. Уға бит ни бары 22 генә йәш, ә миңә 16. Ул беҙҙең мәктәпкә былтыр биология, химия уҡытыусыһы булып килеп эш башланы. Һөйгән ҡыҙы ла юҡ. Эх, ни әшләргә? Уның йәшкелт күҙҙәре дәрес ваҡытында миңә килеп төбәлһә, йылмайып ҡына биргән һорауҙарын ишетһәм бар донъямды онотоп күктең етенсе ҡатына осоп менеп китәм...
Хатта, ҡайһы бер саҡта минең һөйөүем ҙур хаталыр тип уйлайым... Эх, ни өсөн башҡаға ғашиҡ булманым икән?! Рәхәтерәк булыр ине бәлки. Ә былай...
...Эйе, быйыл мин икенсе мәктәпкә уҡырға китәсәкмен. Әҙерәк булһа ла еңелерәк булыр тип уйлайым. Тик шулай ҙа, ҡайһы саҡ уны иҫемә тошорһәм, йәки “Бәйләнештәге” фотоларын яңылыш ҡына күреп ҡалһам да айға ҡарап олорҙай булам. Башымды стенаға ғына сәсрәтә һуғырға ине лә... Шундай алйот булғанлығыма үҙемде-үҙем әрләп тә бөттөм инде! Сөнки ысын хыялыйҙың ғына үҙенең уҡытыусыһына ғашиҡ булыуы мөмкин бит инде! Әммә бер нәмә лә эшләй алмайым: йөрөйөм-йөрөйөм дә хыялдар донъяһына төшәм дә китәм...
“Аманат” журналы мөхәрририәте ошо хатымды журнал битендә, сайтҡа ҡуйһағыҙ, бәлки миңә кәңәш биреүселәр булыр ине. Рәхмәт!
Алтынай.