+17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
17 Март 2022, 07:27

Ҡасҡалаҡ ҡуяндар.

Был хәл йәй көнө булды.Наҙгөл һеңлем менән Батырхан туғаныбыҙға уйнарға барҙыҡ.Уларҙың ике ҡуяны бар ине.Минең шул тиклем ошо ҡуяндарҙы тотоп һыйпап ҡарағым килде.Батырхандан ҡуяндарҙы тотоп ҡарарға рөхсәт һораным.Ул ситлекте асты ла бер ҡуянды эләктерә һалып миңә һондо.Мин ҡуянды ҡосаҡлап ҡарайым тигәйнем ,ул ҡапыл ырғып ҡулымдан ысҡынып сығып ҡасты.

Ҡасҡалаҡ ҡуяндар.Ҡасҡалаҡ ҡуяндар.
Ҡасҡалаҡ ҡуяндар.

Беҙ күмәкләшеп ҡуянды тотабыҙ тип баҫтыра башланыҡ,ә ҡуян беҙҙең сарылдаған тауыштан тағы ҡурҡып алыҫараҡ ҡаса башланы,һәм күҙҙән дә юғалды.Уны эҙләп бөтә урамды урап сыҡтыҡ.Әммә ҡуян бигерәк етеҙ икән,әллә күпме уны йүгереп эҙләнек. Ҡуянды эҙләп йөрөй торғас,ҡапыл Батырхандың ситлекте ябырға онотыуы иҫенә төштө. Шул саҡ икенсе ҡуян да сығып ҡасҡан булып сыҡты. Йүгереп йөрөй торғас , йәшелсә баҡсаһына барып индек , ике ҡуян да унда рәхәтләнеп кишер түтәленең өҫтөндә ултырмаһындармы. Беҙ ипләп кенә эргәләренә барҙыҡ. Әммә ҡуяндар беҙҙе күреү менән тағы ҡастылар. Күрше Шайморат ағайға барып ярҙам һораныҡ. Шайморат ағай баҡсала йөрөүсе ҡуяндарҙы бик тиҙ генә беҙгә тотоп бирҙе. Беҙ шул тиклем ҡыуандыҡ , хатта шатлыҡтан һикерәнләп тә алдыҡ. Шунан тиҙ генә ҡасҡалаҡ ҡуяндарҙы алып ҡайтып ситлеккә ябып та ҡуйҙыҡ . Батырхандың әсәйе Фирүзә инәйгә был ҡасҡалаҡ ҡуяндар тураһында һөйләп,тәмле сәй эсеп ҡайттыҡ.
Ҡарағолова Зилиә,Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе уҡыусыһы . 

Автор фотоһы

Автор:Зилиә Ҡарағолова
Читайте нас