+6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Май , 11:11

Бөгөн - китапханасылар көнө

1995 йылдың 27 майында Рәсәйҙә «Бөтә Рәсәй китапханалар көнөн булдырыу» тигән указға ҡул ҡуйыла. Был указға ярашлы китапханалар көнө тип 27 май билдәләнә. Был дата Рәсәйҙә 1795 йылда бөтәһе лә керә алырлыҡ тәүге китапхана асылыу көнө булараҡ билдәле. Ул ваҡытта был китапхана Императорҙың асыҡ китапханаһы тип аталған булһа, бөгөн был китапхана Рәсәй милли китапханаһы исемен йөрөтә.Китапхана элек-электән яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа өндәй торған, кешеләргә рухи тәрбиә, белем биреү үҙәге булған урын. Кешеләр китапханаға әҙәбиәт алыу өсөн генә килмәй, бында ул үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап, күңел йылыһын, мәшәҡәт донъяһынан арыныу ышығын эҙләй. Китапханасы һѳнәре бик яуаплы, сѳнки ул халыҡ менән эшләй. Бѳгѳнгѳ кѳндә ул - педагог та, психолог та, агитатор ҙа, артист та. 

Бөгөн - китапханасылар көнө
Бөгөн - китапханасылар көнө

1995 йылдың 27 майында Рәсәйҙә «Бөтә Рәсәй китапханалар көнөн булдырыу» тигән указға ҡул ҡуйыла. Был указға ярашлы китапханалар көнө тип 27 май билдәләнә. Был дата Рәсәйҙә 1795 йылда бөтәһе лә керә алырлыҡ тәүге китапхана асылыу көнө булараҡ билдәле. Ул ваҡытта был китапхана Императорҙың асыҡ китапханаһы тип аталған булһа, бөгөн был китапхана Рәсәй милли китапханаһы исемен йөрөтә.
Китапхана элек-электән яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа өндәй торған, кешеләргә рухи тәрбиә, белем биреү үҙәге булған урын. Кешеләр китапханаға әҙәбиәт алыу өсөн генә килмәй, бында ул үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап, күңел йылыһын, мәшәҡәт донъяһынан арыныу ышығын эҙләй. Китапханасы һѳнәре бик яуаплы, сѳнки ул халыҡ менән эшләй. Бѳгѳнгѳ кѳндә ул - педагог та, психолог та, агитатор ҙа, артист та. 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас в