+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҙонсәс
15 Март 2018, 19:08

“Оҙонсәс” конкурсына йомғаҡ яһалды

Ҡәҙерле дуҫтар! “Оҙонсәс” конкурсына йомғаҡ яһалды. Ул йыл буйына “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөбөҙҙә алып барылды. Конкурс шарттары ябай ғына ине: оҙон сәсегеҙҙе күрһәтеп төшкән асыҡ, сифатлы фотоһүрәттәрегеҙҙе төркөмгә һалырға һәм үҙең хаҡында бер аҙ мәғлүмәт ебәрергә кәрәк ине. Фотоһы нәфислелек һәм күләмлелек яғынан иң сифатлыһы булған оҙон сәсле һылыуҡайҙың фотоһы журнал тышлығында сығасаҡ тип вәғәҙә иткәйнек.

Шулай итеп, бик оҙаҡ бәхәсләшкәндән һуң, тиҫтәләгән ҡатнашыусы араһынан журнал тышлығына сығыу хоҡуғын Көйөргәҙе районының Яҡуп мәктәбе уҡыусыһы Айзилә Килмәтова яуланы. (Еңеүсе менән әңгәмәне 17-се биттә журнал уҡыусылары иғтибарына тәҡдим итәбеҙ).
Шулай уҡ беҙҙең интернет-төркөмдә ҡатнашыусылар араһынан түбәндәге конкурсанттарыбыҙҙың фотоһүрәттәрен дәртләндереү рәүешендә журналда баҫтырып сығарырға ҡарар иттек: Өфө ҡалаһынан Әҙилә Собханғолова, Азалия Ғирфанова, Мария Ханина, Әбйәлил районының Рауил ауылынан Эльвина Уйылданова, Федоровка районының Бала Сытырман ауылынан Ләйсән Йәлилова, Күмертау ҡалаһынан Наҙгөл Рәхимова, Баймаҡ районының Өмөтбай ауылынан Гүзәлиә Садиҡова, Наҙгөл Һағынбаева. Улар журналдың Маҡтау билдәләре менән бүләкләнә.
Һеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ, шулай уҡ барлыҡ ҡатнашыусыларға ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Һылыуҡайҙар! “Оҙонсәс” конкурсы артабан да беҙҙең интернет-төркөмдә дауам итә, һеҙҙән сифатлы фотоһүрәттәр көтәбеҙ. Конкурс киләһе йылдың март башында тамамлана һәм еңеүсе оҙон сәсле һылыуҙың фотоһы журналдың март һаны тышлығында баҫыласаҡ!

Читайте нас: