Аделинаның сәсенең оҙонлоғо - 76 сантиметр.
Ҡыҙҙар! “Оҙонсәс” конкурсы беҙҙең "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөбөҙҙә дауам итә. Конкурс шарттары ябай: оҙон сәсегеҙҙе күрһәтеп төшкән асыҡ, сифатлы фотоһүрәттәрегеҙҙе төркөмгә һалырға һәм үҙең хаҡында бер аҙ мәғлүмәт ебәрергә кәрәк.
Конкурс киләһе йылдың март башында тамамлана һәм фотоһы нәфислелек һәм күләмлелек яғынан иң сифатлыһы булған оҙон сәсле һылыуҡайҙың фотоһы журналдың 2021 йылғы март һаны тышлығында баҫыласаҡ!