+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҙонсәс
2 Апрель 2021, 15:01

Ер йөҙөндәге бөтөн баларға ла ярҙам итергә теләйем…

Журналыбыҙҙың “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөбөҙҙә барған "Оҙонсәс" конкурсы еңеүсеһе Азалия Фәррәхова Туймазы районы Серафимовка ауылының 3-сө мәктәбенең 3-сө "Б" синыфында белем ала. Сәсе уның ысынлап та бик оҙон – 109 сантиметр!

Йола буйынса еңеүсе менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Азалия, һине “Оҙонсәс” конкурсында еңеүең менән ҡотлайбыҙ! Сәсеңдең оҙонлоғо – метрҙан ашыу. Нисә йәшеңдән үҫтерәһең был матурлыҡты?
– Мин конкурста еңеүемә бик шатмын! Сәсемде ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа киҫтергәнем юҡ. Бөҙрәханаға барһам, ни бары остарын ғына тигеҙләтеп ҡайтам.
Сәстең оҙонлоғона тәьҫир итә торған шампун, майҙар ҡулланаһыңмы?
– Юҡ, ябай шампунь менән генә йыуам. Сәсемдең оҙонлоғо нәҫелдән киләлер инде. Мин өләсәйемә оҡшағанмын. Уның сәсе лә бәләкәй саҡта оҙон, ҡалын булған.
- Беҙгә яҙған хатыңда “Мин әсәйемә оҡшарға теләйем” тип яҙғайның. Әсәйең менән һеҙ яҡын серҙәшме?
- Доньялағы иң яҡын кешем – әсәйем. Мин әсәйемә оҡшарға теләйем. Уның кеүек тәмле итеп бәлештәр, ҡоймаҡ бешерергә өйрәнәм.
- Сәсеңде ул үрәме, әллә үҙеңме?
- Сәсемде әсәйем үргәнен бик яратам. Уның ваҡыты булмаһа, үҙем дә үреп ҡуя алам. Бигерәк тә мәктәпкә икегә бүлеп, үреп йөрөргә яратам.
– Дәрестән ҡайтҡас, буш ваҡытыңды нисек уҙғараһың?
– Дәрестән ҡайтҡас, мин әсәйемә ярҙам итәм. Һүрәт төшөрәм, алмас мозаика төҙөү ҙә бик оҡшай. Тағы ла инглиз телен өйрәнәм.
- “Аманат” журналындағы конкурстарҙа бик әүҙем ҡатнашаһың. Мәктәптә лә һин шулай әүҙем уҡыусыһыңмы?
- Эйе, мин мәктәптә үткәрелгән бөтә конкурстарҙа ла ҡатнашып барырға тырышам.
- Ә киләсәк тураһында уйлағанда һин үҙеңде кем итеп күҙ алдыңа килтерәһең? Сер булмаһа, хыялдарың менән дә уртаҡлаш әле.
- Мин үҙемде киләсәктә табип итеп күрәм. Ер йөҙөндәге бөтөн баларға ла ярҙам итергә теләйем.
Тағын бер тапҡыр еңеүең менән ҡотлайбыҙ! Һиңә гел уңыш йылмайып торһон!

Миләүшә БАЙЪЕГЕТОВА әңгәмәләште.

Читайте нас: