+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҙонсәс
4 Апрель 2022, 10:43

Оҙонсәс

Айсулпан Рәхмәтуллина. Йылайыр районының Ҡашҡар төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 4-се синыф уҡыусыһы.  Айсулпан шул тиклем тырыш, эшһөйәр, уҡыуға ла бик зирәк ҡыҙ. Уны ысын башҡорт һылыуы тип тә әйтергә була, сөнки һәр ваҡыт, хатта мәктәпкә лә сәсен икенән ярып, осона сәсмәүер тағып йөрөй. Өйҙә бер минут та эшһеҙ ултырмай, өйҙә генә ярҙам итеү түгел, хатта яҡындарына һарайҙа мал ҡараша, бәрәс - быҙауҙарҙы ашата, һыу бирә. Ә ауылда үткәрелгән барлыҡ мәҙәни сараларҙа ла бик әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, былтыр йәй айында ауылыбыҙҙа республика кимәлендә үткәрелгән түңгәүерҙәр йыйыны булып үтте. Яландағы ҙур сәхнәлә драматург, журналист Сәрүәр Сурина яҙған сценарий буйынса режиссер Сулпан Асҡарова ҡуйған "Минең ауылым тарихы" исемле бай тамаша күрһәтелде. Сибай филармонияһы һәм " Сулпан" балалар театры артистары башҡарҙы. Унда Ҡашҡарҙың данлы тарихы сәхнәләштерелде. Артистарҙың сығышын тамашасылар күҙ йәштәре аша күҙәтте. Бына ошо матур тамашала ла беҙҙең Айсулпан төп героиня Ғәйшәнең бала сағын һынландырҙы,үҙен актерлыҡ һөнәрендә лә уңышлы һынап ҡараны. Ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған "Умырзая" фольклор ансамблендә лә ҡартәсәһе Римма Вәли ҡыҙы менән бергә йырлап, бейеп, башҡорт милли йолаларын сәхнәләштереүҙә лә бик күп сығыштар яһарға өлгөрә. Айсулпанға уҡыуында уңыштар, барлыҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Сәсенең оҙонлоғо - 90 см.

Автор:Ҡоҙашева Эльвира Тимербулат ҡыҙы
Читайте нас: