+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
8 Декабрь 2018, 11:48

Нисек итеп бисерҙан селтәр үрергә?

Беҙҙең журналдағы "Оҫтахана" конкурсында ҡатнашырға теләүселәр өсөн бер дәрес

Бәйгелә ҡатнашыу өсөн һеҙгә ни бары ижади эшегеҙҙе төрлө яҡлап фотоға, йәки видеоға төшөрөп, уны нисек, нимәнән яһағанығыҙҙы аңлатып яҙып, беҙҙең “Бәйләнештә”ләге төркөмгә (vk.com/amanatrb) һалырға, йәки электрон почта аша ебәрергә кәрәк. Конкурстың темаһы ирекле: кем нимәгә оҫта, шуны эшләй.

Конкурс “Аманат”тың “Бәйләнештә”ләге асыҡ төркөмөндә (vk.com/amanatrb) алып барыла һәм уға йомғаҡ йыл аҙағында яһала.
“Аманат” журналы мөхәрририәте, эштең үҙенсәлегенә, оҫталығына, “лайк”тарҙың күплегенә ҡарап, өс еңеүсене билдәләйәсәк. Еңеүселәр исемлеге һәм уларҙың ижади эштәре журналда 2019 йылдың ғинуар һанында баҫыласаҡ.
Еңеүселәр “Аманат” журналының фирма сәғәте һәм Маҡтау билдәһе менән бүләкләнәсәк.

Читайте нас: