Ниһайәт, “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөбөҙҙә барған “Оҫтахана” конкурсына ла йомғаҡ яһарға ваҡыт етте.
Бәйгенең шарттары буйынса беҙ эштең үҙенсәлегенә, оҫталығына, “лайк”тарҙың күплегенә ҡарап, өс еңеүсене билдәләргә, уларҙы Маҡтау билдәләре һәм “Аманат”тың фирма сәғәттәре менән бүләкләргә вәғәҙә иткәйнек. Шулай итеп, үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды Йылайыр районы Йылайыр ауылының Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Зарема Таһирова, Салауат районының Әлкә ауылынан Наҙгөл Шәмсетдинова һәм Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусыһы Наҙгөл Күсәрбаева бүлеште. Афарин, ҡыҙҙар!
Шулай уҡ ҡайһы бер конкурсанттар әүҙем ҡатнашҡандары өсөн журналдың Рәхмәт кәлимәләре менән бүләкләнә. Бына улар: Баймаҡ районының Темәс ауылынан Рәзинә Шаһморатова, Әбйәлил районының Рауил ауылынан Эльвина Уйылданова, Баймаҡ ҡалаһынан Алина Аликбаева, Баймаҡ районының Йомаш ауылынан Фәнзил Ҡунысбаев, Учалы балалар йортонда тәрбиәләнеүсе 4-се төркөм ҡыҙҙары: Карина менән Алина Мөсәүирова, Кристина Демичева, Евгения Чернаткина, Арина Мисютина, Сафия Хажиева, Талия Хәбирова һәм Рената Ҡадирова.
Конкурс 2019 йылда ла дауам итә. Бәйгелә ҡатнашыу шарттары бик ябай. Уның өсөн һеҙгә ни бары ижади эшегеҙҙе төрлө яҡлап фотоға, йәки видеоға төшөрөп, уны нисек, нимәнән яһағанығыҙҙы аңлатып яҙып, беҙҙең “Бәйләнештә”ге төркөмгә һалырға, йәки электрон почтаға ебәрергә кәрәк. Конкурстың да темаһы ирекле: кем нимәгә оҫта – шуны эшләй. Әйткәндәй, ҡул эше мотлаҡ беҙҙең конкурс өсөн эшләнергә тейеш. Мөхәрририәттең конкурсҡа килгән эштәрҙең алдан эшләнгәненә, йә иһә уның авторының бөтөнләй икенсе кеше булыуында шиге тыумаһын өсөн, эш барышы нисек барғанлығын да фотоға, йәки видеоға төшөрөп ебәрегеҙ. Еңеүселәр исемлеге һәм уларҙың ижади эштәре журналда 2020 йылдың ғинуар һанын да баҫыласаҡ.
Улар иҫтәлекле бүләктәр һәм “Аманат” журналының Маҡтау билдәһе менән бүләкләнәсәк.