-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
16 Декабрь 2019, 12:00

"Оҫтахана" конкурсына - ябай балаҫ

Лиана Дауытова: “Аманат” журналында барған "Оҫтахана" конкурсында ла үҙ көсөмдө hынап ҡарарға булдым. Был ябай балаҫ өсөн кәрәк: ДСП таҡтаhы, ике төҫлө пряжа, 60 сантиметрлыҡ сөйҙәр.

Ябай балаҫ
Әбйәлил районының Яңы Балапан мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусыһы Лиана Дауытова “Оҫтахана” конкурсына балаҫ эшләү серҙәренә өйрәтә (етәксеһе – Гөлсинә Аҡмырҙина).
Һаумыhығыҙ хөрмәтле “Аманат” редакцияhы! Минең исемем – Лиана, мин 9-сы синыфта тик "5" билдәләренә генә өлгәшәм. Синыфта староста вазифаhын башҡарам. Төп фәндәрҙән тыш хеҙмәт дәрестәрен үҙ итәм. Төрлө конкурс, олимпиадаларҙа ҡатнашып мәртәбәле урындар алам.
“Аманат” журналында барған "Оҫтахана" конкурсында ла үҙ көсөмдө hынап ҡарарға булдым. Был ябай балаҫ өсөн кәрәк:
ДСП таҡтаhы
ике төҫлө пряжа
60 сантиметрлыҡ сөйҙәр.
Тәүҙә атайымдан 60х80 см ҙурлыҡтағы ДСП таҡтаhына сөй ҡаҡтырып алдым, сөйҙәрҙең аралары 2 см булырға тейеш.
Ике сөй аралығына алhыу төҫтәге пряжаны 15 тапҡыр урарға кәрәк, бөтәhе 8 рәт эшләйбеҙ, аралығына - 4 рәт. Сымға оҡшаған юл килеп сығасаҡ.
2-се рәтендә шул уҡ ике төҫтәге пряжаны киңлегенә 15 тапҡыр урайбыҙ.
3-сө рәтендә 1-се юлындағы пряжаларҙы ысҡындырып "шахмат" рәүешендә эшләйбеҙ.
4-се юлында энә ярҙамында балаҫтың ситтәрен бәйләп сығабыҙ.
Матур ябай балаҫ килеп сыға.
Афарин, Лиана! Дуҫтар! Һеҙ ҙә беҙгә эштәрегеҙҙе ебәрегеҙ. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн һеҙгә ни бары ижади эшегеҙҙе төрлө яҡлап фотоға, йәки видеоға төшөрөп, уны нисек, нимәнән яһағанығыҙҙы аңлатып яҙып, беҙҙең “Бәйләнештә”ге төркөмгә һалырға, йәки электрон почтаға ебәрергә кәрәк. Конкурстың да темаһы ирекле: кем нимәгә оҫта – шуны эшләй.
Конкурс “Аманат”тың “Бәйләнештә”ге асыҡ төркөмөндә (vk.com/amanatrb) алып барыла һәм уға йомғаҡ йыл аҙағында яһала.
“Аманат” журналы мөхәрририәте эштең үҙенсәлегенә, оҫталығына, “лайк”тарҙың күплегенә ҡарап, өс еңеүсене билдәләйәсәк. Еңеүселәр исемлеге һәм уларҙың ижади эштәре журналда 2020 йылдың ғинуар һанында баҫыласаҡ.
Еңеүселәр “Аманат” журналының фирма сәғәте һәм Маҡтау билдәһе менән бүләкләнәсәк.
Читайте нас: