Биҙәкле кейеҙ өсөн үҙегеҙ теләгән размерҙа кейеҙ, һәр бер төҫтән яҡынса 50-60 грамм һарыҡ йөнө, буяу, махсус энә кәрәк буласаҡ.
Был эштә, әлбиттә, әсәйем минең төп кәңәшсем һәм ярҙамсым булды. Бергәләшеп, кәңәшләшкәс, ул миңә эш барышын өйрәтеп, кейеҙгә нисегерәк биҙәктәр һалырға кәрәк икәнлеген аңлатып, күрһәтте. Әсәйем менән бергәләп, тышта усаҡ яғып, йыуылған аҡ йөндө ҡыҙғылт һары төҫлө буяу менән ҡушып ҡайнатып, буяп, киптереп, тетеп алдыҡ. Аҡ кейеҙҙе лә йыуып таҙартып, киптергәс, уны биҙәк һалырға әҙерләнем.
Иң тәүҙә башҡорт орнаментын кейеҙҙең ситтәренә дүрт яҡлап, йәшел төҫтәге йөн менән сигеп сыҡтым. Артабан уртаһына үҙебеҙҙең Йылайыр районының гербындағы болан һүрәтен баҫырға булдым. Болан һүрәтен ҡағыҙға төшөрҙөм. Биҙәкте нығытыуҙы фильцевание тигән ысул менән башҡарҙым, йәки, буялған йөндө ҡулда әүәләп, кәрәкле рәүешкә индереп, йәйелгән йөнгә һалып, кейеҙ йөнө араһына махсус энә менән “батырып” (аппликациялап) сыҡтым. Биҙәкте эскә батырып нағышлау, ҡайыу бер яҡлап ҡына эшләнә.
Әлбиттә, үҙемдең яратып уҡыған “Аманат” журналын да иҫтәлеккә тип, кейеҙемә баҫып яҙҙым. Был минең тәүге эшем. Бына шулай, дуҫтар! Боронғолар юҡҡа ғына әйтмәгән икән: “Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй,” – тип. Эштән ҡурҡырға кәрәкмәй, эш үҙе беҙҙән ҡурҡып торһон!
1. Һарыҡ йөнөн йыуып, махсус буяу менән буяным.
3. Йөндө 50-60 грамдан иҫәпләп алып, дүрт төҫкә буяп алдым.
4. Тәүҙә ситтәрен һалып, һырып тегеп сыҡтым.
5. Бына ошолай килеп сыҡты. Матур, эйеме?
6. Алдан әҙерләгән болан һүрәтенең трафаретын кейеҙгә баҫтым.
7. Боландың һынын сит-баштарынан эшләй башланым. Шулай итһәң, еңелерәк була.
8. Боланды һырып бөткәс, уның һынын ҡарағусҡыл-көрән төҫтәге йөн еп менән уратып, тегеп сыҡтым.Тояҡтарын да шул уҡ төҫ менән эшләнем.
9. "Аманат" яҙыуын ҡыҙыл төҫ менән эшләнем.
10. "Аманат"лы кейеҙем әҙер!
Йылайыр районының Йылайыр Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.