-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
26 Декабрь 2020, 14:29

"Оҫтахана" конкурсында ҡатнашыусылар иғтибарына!

Ҡыҙҙар, егеттәр! Кемдәр быйыл "Оҫтахана" конкурсына эштәрен ебәрҙе, ә кемдәр әле ебәреп өлгөрмәгән - был мәғлүмәт һеҙҙең өсөн.

"Оҫтахана" конкурсына быйыл эштәр бик аҙ килде. Тиҙҙән еңеүселәрҙе иғлан итергә ваҡыт етә, ә оригиналь ҡул эше, йәки рецепт авторҙарын бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Бәлки, бәғзе ҡатнашыусылар эштәрен яңылыш икенсе электрон почтаға ебәргәндер ҙә күрмәй ҡалғанбыҙҙыр. Әгәр ҙә шулай була ҡалһа, [email protected] почтаһына ҡабаттан ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ. Быға тиклем конкурста ҡатнашмағандар ҙа ғинуар башына тиклем ҡатнаша ала.
Конкурстың шарттары:
"Оҫтахана" конкурсына ҡатнашыу өсөн һеҙгә ни бары ижади эшегеҙҙе төрлө яҡлап фотоға, йәки видеоға төшөрөп, уны нисек, нимәнән яһағанығыҙҙы аңлатып яҙып, беҙҙең “Бәйләнештә”ге төркөмгә һалырға, йәки электрон почтаға ебәрергә кәрәк. Конкурстың да темаһы ирекле: кем нимәгә оҫта – шуны эшләй.
Конкурс “Аманат”тың “Бәйләнештә”ге асыҡ төркөмөндә (vk.com/amanatrb) алып барыла һәм уға йомғаҡ йыл аҙағында яһала.
“Аманат” журналы мөхәрририәте эштең үҙенсәлегенә, оҫталығына, “лайк”тарҙың күплегенә ҡарап, өс еңеүсене билдәләйәсәк. Еңеүселәр исемлеге һәм уларҙың ижади эштәре журналда 2021 йылдың ғинуар һанында баҫыласаҡ.
Еңеүселәр “Аманат” журналының фирма сәғәте һәм Маҡтау билдәһе менән бүләкләнәсәк.
Фото: Рixabay.com
Читайте нас: