Был һанда футболкаға һүрәт төшөрөү серҙәрен өйрәтәсәкбеҙ!Һүрәт төшөрөү кешегә һәм ғөмүмән ҡатын - ҡыҙ өсөн бик файҙалы ижад төрөлөр тип уйлайым, беренсенән,ул һинең һәләттәреңде аса,фантазияны байыта һәм эшләтә,һинең күңелең ял итә һәм эшләгән эшеңдән һин ҡәнәғәтлек тойғоһон кисерәһең, икенсенән, беҙ заман менән бергә атларға тейешбеҙ, милләтебеҙгә хас биҙәүестәрҙе, селтәрҙе, тамғаларыбыҙҙы һәм башҡорт орнаменттарын һүрәт итеп кейемгә төшөрөү ҙә ул традицияларыбыҙҙы һаҡлау тигән һүҙ бит ул!Әлегә һеҙгә билдәле "HOME" брендындағы кеүек, тик уның урынына "ӨЙ" тип яҙылған эшебеҙҙе күрһәтәбеҙ! Дуҫтар, әлегә үҙегеҙгә кейемгә һүрәт төшөрә торған акрил краскаһы ала тороғоҙ! "Аманат" менән бергә булайыҡ!