-1 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
17 Август 2021, 10:08

"Ҡырмыҫҡа иләүе" торты

Каникулда ваҡыт етерлек. "Ҡырмыҫҡа иләүе" торты бешерергә өйрәнәйек, дуҫтар. Уның тәмлелегееее .... (Рецепт - сайтта)

"Ҡырмыҫҡа иләүе" торты
"Ҡырмыҫҡа иләүе" торты

"Ҡырмыҫҡа иләүе" торты

 

Торт өсөн:

200 г. аҡ май

3 аш ҡалағы ҡаймаҡ

3 аш ҡалағы шәкәр

1 ҡалаҡ сода

самалап он


Крем:

1 банка ҡуйыртылған һөт (вареная сгущенка)

100 г. аҡ май


Әҙерләү:

Талғын утта майҙы иретеп, өҫтөнә шәкәр һалып, шәкәр ирегәнсе болғатып торабыҙ. Ошо масса һыуығас, уға ҡаймаҡ өҫтәп, он, сода һалып, ҡатыраҡ ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы 4 өлөшкә бүлеп бер сәғәткә һыуытҡысҡа оҙатабыҙ, тиҙерәк булһын тиһәгеҙ 15-20 минутҡа морозилкаға ла ҡуйып торорға мөмкин. Ҡамыр әҙер булғас ит үткәргестән йәки ҡырғыстан үткәреп, ҡыҙыу утта бешереп алабыҙ.


Крем өсөн аҡ майҙы алдан сығарып ҡуйыу яҡшы. Йомшарған майға ҡуйыртылған һөттө һалып болғайбыҙ.


Әҙер печеньеларҙы ваҡлап, крем һалып бутарға ла, өҫтөн үҙегеҙ теләгәнсә биҙәп бирергә мөмкин. Мәҫәлән: мәк йәки шоколад.


Йәйҙәрегеҙ йәмле, сәйҙәрегеҙ тәмле, ризыҡтарығыҙ бәрәкәтле булһын!

"Ҡырмыҫҡа иләүе" торты
"Ҡырмыҫҡа иләүе" торты
Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: