-5 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
11 Сентябрь 2021, 08:05

БАЛАН ЙЫЙҘЫМ - БАЛ ҒЫНА

Балан емеше шулай уҡ бәүел ҡыуҙырғыс сара булараҡ та ҡулланыла. Тамаҡ шешеү, йүткереү, шешек, экзема (Дауамы - сайтта)

БАЛАН ЙЫЙҘЫМ - БАЛ ҒЫНА
БАЛАН ЙЫЙҘЫМ - БАЛ ҒЫНА

Ҡыҙарып та ғына ултырған баланды һәр кем белә. Күптәргә уның әсе тәме, еҫе оҡшамай. Ә бына баландың ни тиклем шифалы икәнен белгәндәр уны йыл һайын йыйып, уны быҡтырып, йәиһә ҡайнатма, ҡаҡ эшләй, шул көйө туңдырып та һаҡлай.

Баландың мең төрлө файҙаһы бар. Ундағы биологик актив матдәләр күп кенә ауырыуҙарҙан бик һөҙөмтәле профилактик сара һәм дауа булып тора. Мәҫәлән, күптәр нервылары ҡаҡшауынан, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән, атеросклероздан, ҡан тамырҙары ҡыҫылыуҙан баландың файҙаһын күрә. Баланда С витамины лимон менән мандаринға ҡарағанда ике, ә тимер байлығы биш-ун тапҡырға күберәк.
Балан емеше шулай уҡ бәүел ҡыуҙырғыс сара булараҡ та ҡулланыла. Тамаҡ шешеү, йүткереү, шешек, экзема кеүек ауырыуҙарҙан дауаланғанда баландың файҙаһы ҙур. Балан ҡайнатмаһы тән температураһын төшөрә, яралы урындарҙы тиҙ уңалтырға ярҙам итә.
Балан иммунитетты нығыта, авитаминоздан дауалай, рак күҙәнәктәре барлыҡҡа килеүенә ҡаршы тора, аллергиянан һаҡлай, ҡан ағыуҙы туҡтата, нервыларҙы тынысландыра, холестеринды кәметә, пульсты көйләй. Әммә халыҡ медицинаһының организмға кире тәьҫире булыуы мөмкинлеген дә онотмайыҡ. Кемдең ҡан баҫымы түбән, кемдә юғары кислоталы гастрит, бөйөрөндә таш бар, уларға баланды һаҡ ҡулланырға кәңәш ителә. Шулай уҡ подагра диагнозы ҡуйылғандарға ла һаҡсыллыҡ талап ителә. Ғөмүмән, тәбиғи дарыуҙарҙы - шифалы үлән йә йәшелсә-емеште белеп файҙаланырға кәрәк.
Баланды төрлө ысул менән һаҡлап, ҡулланып була. Был емеш халыҡ медицинаһында киң файҙаланыла. Һеҙгә бер нисә төр ризыҡ әҙерләргә кәңәш итәбеҙ.
Балан кеҫәлен яһағанда һыуын күберәк һалып, ябыҡ һауытта (суйын яҡшыраҡ) йомшарғансы ҡайнатабыҙ. Бешеп сығыр алдынан шәкәр һәм ҡуйылыҡ өсөн самалап арыш оно һалабыҙ. Кеҫәл файҙаһы ҡымыҙҙыҡынан бер ҙә кәм түгелдер.
Баллы морс әҙерләү өсөн ярты стакан балан һутына 1 литр һыу, 100 г бал кәрәк. Балды һыуҙа иҙеп, һутҡа һалып болғайһың, һалҡын килеш табынға ҡуяһың.
Желатинды бер аҙ ҡайнап һыуынған һыуҙа ҡабартып алғас, ҡалған һыуҙы өҫтәп, тағы ҡайнау хәленә еткерәһең. Шәкәр ҡомо, балан һуты ҡушып, 35 градусҡа тиклем һыуытаһың. Ҡабарғансы туғып, формалы һауыттарға ҡойорға кәрәк.
Балан желеһын әҙерләгәндә 1 кг емеш, 1 кг шәкәр ҡомо, 2 стакан һыу файҙаланаһың. Эҫе һыуҙа 5–6 минут ҡайнатҡас, ул һыуҙы түгеп, 2 стакан һыу һалып, йомшарғансы бешерәһең. Иләк аша үткәреп, шәкәр ҡомо менән бутайһың һәм яңынан 50 минут бешереп, таҙа, стерилләнгән банкаларға һалып, һалҡын урында һаҡлайһың.
Балан сиробын 1 л һут, 2 кг шәкәр ҡомо һәм 10 г лимон кислотаһынан әҙерләргә була. Балан һутына шәкәр ҡомон һалып ҡайнатаһың, өҫтөндәге күбеген алғас, лимон кислотаһы ҡушып, тағы 5 минут бешерәһең һәм һөҙөп шешәләргә тултыраһың да һауа инмәҫлек итеп ябып ҡуяһың. Сиропты киҙеү (грипп) осоронда ҡулланыу ҙур файҙа бирә.
Балан һутын әҙерләү өсөн 1 кг емеш, 200 г шәкәр ҡомо, 200 г һыу кәрәк. Емеш һутын һығып алып, ҡалған массаны 5–10 минут һыуҙа ҡайнатаһың. Һут һәм шәкәрҙе һарҡынды менән болғатып һыуыталар.
Картуф крахмалын һыуҙа ебетеп, уға эҫе балан һутын ҡойоп, шәкәр өҫтәп, ҡайнатып алаһың. Барлыҡҡа килгән кеҫәлде эҫе һәм һалҡын килеш өҫтәлгә бирергә була.
Йөрәк сиренән йонсоғанда ярты стакан баланға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 4–5 сәғәткә ябып ултыртып, һыуынған төнәтмәне көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә кәрәк.

БАЛАН ЙЫЙҘЫМ - БАЛ ҒЫНА
БАЛАН ЙЫЙҘЫМ - БАЛ ҒЫНА
Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас