+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
22 Ғинуар 2022, 11:05

“ХАНЫМ”

Дуҫтар, әйҙәгеҙ бергәләп ябай ғына, ләкин бик тәмле һәм туҡлыҡлы “Ханым” тигән аҙыҡ әҙерләп ҡарайыҡ! “Ханым” тәме һәм составы буйынса билмәнгә лә, мантыға ла ныҡ оҡшаш. Тик ул күпкә тиҙерәк, анһатыраҡ эшләнелә.  

“ХАНЫМ”
“ХАНЫМ”

Дуҫтар, әйҙәгеҙ бергәләп ябай ғына, ләкин бик тәмле һәм туҡлыҡлы “Ханым” тигән аҙыҡ әҙерләп ҡарайыҡ! “Ханым” тәме һәм составы буйынса билмәнгә лә, мантыға ла ныҡ оҡшаш. Тик ул күпкә тиҙерәк, анһатыраҡ эшләнелә.

 

“Ханым”ды яһар өсөн түбәндәге аҙыҡтар кәрәк буласаҡ:

1йомортҡа, һыу

4 аш ҡалағы көнбағыш майы, он, фарш,

1-2 кишер,

1-2 һуған,

тоҙ, борос.

 

  1. Үрҙә әйтелгән аҙыҡтарҙы әҙерләп, барлап сығығыҙ. Кишер менән һуғанды әрсеп, таҙалап ҡуйығыҙ.

 

  1. Артабан ҡамыр баҫыуға күсәбеҙ. “Ханым”дың ҡамыры ла манты, билмән ҡамыры кеүек үк: 2 стакан йылымыс һыуға самалап он, тоҙ, 1-2 аш ҡалағы көнбағыш майын ҡушып, баҫабыҙ.

 

  1. Ҡамыр әҙер булғас, уны полиэтилен мешокка һалып, бер ярты сәғәткә ял итергә ҡуябыҙ.

 

  1. 1-2 аш ҡалағы көнбағыш майында кишер менән һуғанды табала ҡыҙҙырабыҙ.

 

  1. Ҡамырҙы йәйергә лә була. Уның ҡалынлығы билмәндеке кеүегерәк булһын.

 

  1. Йәйелгән ҡамырға фаршты һалып сығабыҙ, өҫтөнән самалап тоҙ һибәбеҙ.

 

  1. Артабан ҡыҙҙырылған кишер менән һуғанды ла фарш өҫтөнә йәйеп сығабыҙ, самалап борослап ебәрегеҙ.

 

  1. Рулет яһайбыҙ. Уны ике яҡ ситенән бөрөп тотабыҙ. Пароваркаға (мантыварка) 30-40 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ.

 

  1. “Ханым” әҙер! Уның өҫтөн майлап, табынға биргәндә лә була! Ашығыҙ тәмле булһын!

 

                                                                              Г. ҒҮМӘРОВА әҙерләне.

“ХАНЫМ”
“ХАНЫМ”
“ХАНЫМ”
“ХАНЫМ”
“ХАНЫМ”
“ХАНЫМ”
“ХАНЫМ”
“ХАНЫМ”
“ХАНЫМ”
“ХАНЫМ”
“ХАНЫМ”
“ХАНЫМ”
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: