+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
23 Ғинуар 2022, 11:10

Татлы “КАРТУФ”

Ҡунаҡтар, бына-бына килеп етәбеҙ, тип шылтыраттылар. Ә һеҙҙең сәйгә ултыртырға бер тәмлекәс тә юҡ, ти. Әгәр бик тиҙ арала ныҡ оригиналь һәм телде йоторлоҡ тәмле аҙыҡ эшләргә теләһәгеҙ, улайһа, бер рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Татлы “КАРТУФ”
Татлы “КАРТУФ”

Ҡунаҡтар, бына-бына килеп етәбеҙ, тип шылтыраттылар. Ә һеҙҙең сәйгә ултыртырға бер тәмлекәс тә юҡ, ти. Әгәр бик тиҙ арала ныҡ оригиналь һәм телде йоторлоҡ тәмле аҙыҡ эшләргә теләһәгеҙ, улайһа, бер рецепт тәҡдим итәбеҙ. Үҙенең формаһынан исемен алған “Картуф” тигән пирожное бигееерәәәк тә ябайҙыр!

“Картуф”ты яһар өсөн ҡул аҫтығыҙҙа печенье менән ҡуйыртылған һөттөң (вареная сгущенка) генә булыуы ла етә! Әгәр уның тағы ла йомшағыраҡ булыуын теләһәгеҙ, 100 грамм тирәһе май ҙа ҡушып ебәрергә була.

Шулай итеп, печеньены ваҡларға, дөрөҫөрәге, иҙергә кәрәк. Ит үткәргестән (мясорубка), йәки ҡырғыстан (терка) үткәрергә, блендер ярҙамында, йә булмаһа туҡмас таяғы (уҡлау) ярҙамында ваҡларға мөмкин. Килеп сыҡҡан массаға ҡуйыртылған һөттө, бүлмә температураһында йомшартылған майҙы һалып, яҡшылап бутайбыҙ. Был масса йомшаҡ ҡына ҡамыр һымаҡ булғас, унан төрлө формалағы пирожноелар әүәләйбеҙ. Өҫтөнә какао һибеп сығабыҙ. Ғәҙәттә уны картуф формаһында эшләйҙәр, ләкин фантазиялары бай булғандар уның менән генә сикләнмәй!                                                              

Г. ҒҮМӘРОВА әҙерләне.

Татлы “КАРТУФ”
Татлы “КАРТУФ”
Татлы “КАРТУФ”
Татлы “КАРТУФ”
Татлы “КАРТУФ”
Татлы “КАРТУФ”
Татлы “КАРТУФ”
Татлы “КАРТУФ”
Татлы “КАРТУФ”
Татлы “КАРТУФ”
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: