+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
24 Март 2022, 10:11

Йыуаса - күңелде аса, тип, әйҙәгеҙ әле дуҫтарыбыҙ башҡорттарҙың милли ашы - йыуасаны бешерәйек

Йыуасаның ҡамыры өсөн беҙгә: 350-500 мл әсегән һөт йәки кефир, иләнгән он, сама менән шәкәр, тоҙ, бер балғалаҡ аш содаһы, бер йомортҡа һәм әҙерәк ҡомбағыш майы кәрәк буласаҡ.  

Йыуаса - күңелде аса, тип, әйҙәгеҙ әле дуҫтарыбыҙ башҡорттарҙың милли ашы - йыуасаны бешерәйек
Йыуаса - күңелде аса, тип, әйҙәгеҙ әле дуҫтарыбыҙ башҡорттарҙың милли ашы - йыуасаны бешерәйек

Тәү сиратта әсегән һөткә аш содаһын һалып болғатабыҙ, бер нисә минут эсендә ул ҡабарып китәсәк! Артабан был массаға бер йомортҡа һытабыҙ, самалап тоҙ,  шәкәр, ҡомбағыш майын һалып ҡамыр баҫабыҙ. Ондо әҙләп кенә һалып баҫһаң, ҡамыр йомшаҡ була. Әҙер ҡамырҙы салафан төргәккә һалып 20 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Артабан ҡамырҙы тигеҙ өлөштәргә бүлеп, уртаса ҡалынлыҡта йәйәбеҙ. Йәймәне шаҡмаҡтарға киҫкеләп, сепрәк менән ябып торабыҙ. Ҡомбағыш майын ярайһы уҡ ҡыҙырып йыуысаларҙы йәһәт кенә бешереп алабыҙ. Ҡабарып ҡынна бешкән йыуасалар әҙер булғас баллап, майлап сәй эсергә лә була. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: