+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
28 Март 2022, 12:53

КӘЗӘМӨГӨҘ бешерәйек

Беҙгә кәрәк буласаҡ:  тәүҙә шулай итеп, бәләкәс табаҡҡа башта 5 ҡалаҡ йылы һөт ҡоябыҙ, шуға 1 ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡалаҡ (бәләкәй пакетиктагы 10гр) дрожжи (ҡоро сүпрә) ҡушып болғатабыҙ ҙа, ултыртып торабыҙ. Ул арала аҡ майҙы (маргаринды), 1 йомортҡаны һыуытҡыстан алып ҡуйығыҙ, йылына торһон. Ҡамыр ашына арзан маргарин ҡулланмағыҙ. Иң яҡшыһы- Пышка, Пышный, Хозяюшка.

КӘЗӘМӨГӨҘ бешерәйек
КӘЗӘМӨГӨҘ бешерәйек

Сүпрә матур ғына булып ҡабарғандыр, шуға 2 ҡалаҡ шәкәр, йомортҡа, йомшарған маргарин йә аҡ май, бер семтем тоҙ, 3 стакан он ҡушып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫығыҙ. Майлы ҡамыр үҙенә ондо күп ала, ҡулға йәбешмәһә, тимәк, еткән..Бер нисә өлөшкә бүлегеҙ ҙә, һыуытҡысҡа һалып тороғоҙ. Ул арала эслеген әҙерләгеҙ. Беҙ ошо "мөгөҙ" өсөн генә эре итеп турап алма ҡайнатмаһы ҡайнатабыҙ, аҙаҡ алмаһын ғына эслек итәбеҙ. Бөгөн иһә, мин сей алманы ҡырғыс аша үткәреп һалдым)) Матур ғына итеп ҡамырҙы түнәрәкләп йәйгәс, башта шәкәр һибәбеҙ, шунан өсмөйөшләп ҡырҡабыҙ.
Аҙаҡ һәр бер өсмөйөшкә эслекте һалып урайбыҙ. Йәһәт кенә ике һауыт әҙерләйбеҙ ҙә, береһенә 1 йомортҡа туғыйбыҙ, икенсеһенә шәкәр һалабыҙ. Һәр бер мөгөҙҙөң өҫкө яғын башта йомортҡаға манабыҙ, шунан шәкәргә. Ой, күп яҙҙым, хәҙер мейескә тығырға ла, бер ярты сәғәттән тәмләп сәй эсергә ҡалды))))

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: