+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
30 Март 2022, 11:42

"Ханума"

Шулай итеп, башта мантыға баҫҡан һымаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Самалап иләнгән онға 2-3 йомортҡа,семтем тоҙ, һалҡын һыу, 3 ҡалаҡ көнб. майы өҫтәйбеҙ. Ҡамыр саҡ ҡына ятып ял иткәнсе, эслеген әҙерләйбеҙ. 

"Ханума"
"Ханума"

Бында инде һәр хужабикә үҙ фантазияһын эшкә егә ала. Ҡырғыс аша үткәрелгән картуф, кишергә ит фаршы, тоҙ,борос, һуған,көнб. майы йә аҡ май, булһа ҡабаҡ ҡушып ебәрергә була. Әгәр инде өйҙә ит бөткән мәл булһа, йәшелсәләр менән генә лә бешерергә була. Беҙ хатта шулай нығыраҡ яратабыҙ)) Бер өлөш ҡамырҙан йәймә йәйгәс, башта уны көнб.майы менән майлайым. Шунан үтә күп итмәй генә эслекте һалып, ипләп кенә урарға кәрәк. Урап бөткәс, ҡамырҙың ситтәрен тотоп сығырға ла, манты тәрилкәһенә һалып, бешерергә ҡуйырға ҡалды. 30-40 минутта бешеп тә сыға. Билмән, мантынан артып ҡалған ҡамырҙы бер ваҡытта ла ташламайым, туңдырғысҡа тығам. Ашығыс мәлдә йәһәт кенә ошо ризыҡты бешереп алырға шәп!! Үәт шулай, инде тәрилкәләргә өлөшләп һалып,тәмләп ашарға ғына ҡалды!!! Ашығыҙ тәмле булһын инәйҙәр, апайҙар, һылыуҙар!!!!

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: