+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
4 Апрель 2022, 16:39

Бөгөн С витаминының тыуған көнө

Бар сирҙәрҙе еңә торған Иң-иң көслө витамин;

Бөгөн С витаминының тыуған көнө
Бөгөн С витаминының тыуған көнө

Үҙе тәмле, үҙе әсе витамин тураһында һүҙебеҙҙе шағир Әхмәт Ғүмәр-Үтәбайҙың шиғырынан башлайбыҙ. 

Бар сирҙәрҙе еңә торған
Иң-иң көслө витамин;
Лимондарҙы, һуғандарҙы
Ашамайым, йотамын;
Витаминдар араһында
Иң-иң әсе витамин —
С витамин!

 

Кеше организмы өсөн иң кәрәкле булған С витамины төрлө инфекцияларға ҡаршы көрәшергә ярҙам итә. Шулай уҡ тимер үҙләштереүҙе яҡшыртып ҡына ҡалмай, цинганан, яман шештән, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән һаҡлай, холестерин кимәлен контролдә тота, катарактаны иҫкәртә, диабет менән ауырыған кешеләрҙең бөйөр, күҙ, нервы торошон көйләй. Был витамин (һүрәттә) түбәндәге аҙыҡтарҙа күп.

Ә тәмәке тартыу организмдағы С витаминын бөтөнләй юҡҡа сығара.

Бөгөн С витаминының тыуған көнө
Бөгөн С витаминының тыуған көнө
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: