+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
4 Апрель 2022, 12:01

Сыр һәм йәшелсә менән ҡоймаҡ.

1 литр hөт,4 йомортҡа,әнис(укроп),200-300 гр ҡаты сыр,4 аш kалағы үҫемлек майы,1 бал kалағы тоҙ,1 бал kалағы шәкәр,1 бал kалағы сода,3-4 стакан он.

Сыр һәм йәшелсә менән ҡоймаҡ.
Сыр һәм йәшелсә менән ҡоймаҡ.

Эш барышы: kаты сырҙы терка аша үткәрәбеҙ, йәшелсәне ваҡ итеп турайбыҙ.
Йоморҡа, сода, тоҙ һәм шәкәрҙе күперткәнсе венчик менән туғыйбыҙ. Өҫтәйбеҙ йылы һөт, он һәм тағы ла туғыйбыҙ. Терканан үткәрелгән сырҙы һәм йәшелсәне өҫтәп болғатабыҙ. Аҙаҡ үҫемлек майын һалабыҙ, болғатабыҙ.
Ҡыҙҙырылған табала яй ғына утта ике яҡтан да ҡоймаҡты ҡойоп бешереп алабыҙ.

сығанаҡ: файҙалы кәңәштәр.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: