+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
12 Апрель 2022, 12:20

Макдоналдста кәрәкмәй, Гамбургер өсөн булочкаларҙы үҙебеҙ бешерәбеҙ!

Кәрәк буласаҡ:1 кружка йылы hыу,1 аш kалағы kоро сөпрә(дрожжи),4 аш kалағы иҙелгән бәрәңге,0,5 бал kалағы тоҙ,2-3 аш kалағы шәкәр,Ярты стакан kомбағыш майы,Он

Макдоналдста кәрәкмәй,  Гамбургер өсөн булочкаларҙы үҙебеҙ бешерәбеҙ!
Макдоналдста кәрәкмәй, Гамбургер өсөн булочкаларҙы үҙебеҙ бешерәбеҙ!

Эш барышы: 1 кружка йылы hыуға, 4 kалаk иҙелгән бәрәңге, 1 аш kалағы дрожжи hалып болғатабыҙ. Аҙаҡ тоҙ, шәкәр, kомбағыш майын өҫтәп бутайбыҙ. Әҙер сөпрәле hыуға он kушып kалаk менән болғатып барабыҙ, он kушып-kушып йомшаk kына kамыр баҫып kуябыҙ.

✔✔✔Әҙер kамырҙы kуябыҙ 2-3 сәғәткә hыуытkысkа. 2-3 сәғәттән hуң kамырҙы алабыҙ hыуытkыстан, kамырҙан булочкалар эшләп, теҙәбеҙ табаға. Йомортkанан смесь эшләп өҫтөн hөртөп сығабыҙ.(1 йомортkаны 3-4 аш kалағы hөт менән туғыйбыҙ). 40-50 минутkа kалдырабыҙ ҡабартырға. Бешереп алабыҙ 180 градуслы духовкала 30-45 минут.

Тәмле булһын ☕!

сығанаҡ: https://vk.com/bashkortvk 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: