

болғап тормаһаң ҡорот эремек була.
Ҡайнап сыҡһа ҡаҙандан икенсе һауытҡа бушатып алып, сейә ботаҡтары тығып ҡуябыҙ.
⚡Һыуынғас ҡорот тоғона ҡойоп һарҡытабыҙ.
⚡Һарҡып бөтһә, тоҡтан әҙер булған ҡоротто табаҡҡа бушатып, тәмләп тоҙ һалып йомғаҡлап алабыҙ.
💥Бында инде һәр кем үҙ тәменә ҡарап - кемдер үткәрелгән муйыл, ҡарағат ҡушып киптереп ашай, кемдер заманға яраҡлаштырып туңдырғысҡа (морозилниккә) һалып туңдырып һаҡлай.
💥Тәме үҙгәрмәй ике осраҡта ла, шулай уҡ шифаһы ла һаҡлана.
💥 Эшләгән саҡта күңел йылыһы һәм изге теләктәр өҫтәргә онотмағыҙ
Тағы ла ҡайһы яҡта ҡоротто нисек эшләйҙәр икән?
Комментарийҙар аша яҙып бүлешәйек, милли ризығыбыҙ юғалмаһын, төрлөсә эшләп ҡарайыҡ, дуҫтар!