-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
29 Апрель 2022, 11:30

Эремсекле тупсыҡтар

2 йомортҡаны 1 стакан шәкәр менән туғыйһың (миксерҙа туғыным). Шәкәрен күп һалһаң, тышы кетерләп кенә бешә. Ярты балғалаҡ соданы аш һеркәһендә һүндереп өҫтәргә. 1 ҡап эремсек (творог), самалап он өҫтәп йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға. Ондо үтә күп ҡушмағыҙ, ҡамыр тығыҙ була атыу. Ҡулға йәбешмәһә, еткән. 

Эремсекле тупсыҡтар
Эремсекле тупсыҡтар

Аҙаҡ шул ҡамырҙан бәләкәй генә тупсыҡтар эшләргә. Ҡулға йәбешә башлаһа, усығыҙҙы онлап алығыҙ. Ҡаҙанда көнбағыш майын ҡыҙҙырырға ла, бауырһаҡ бешергән һымаҡ әҙләп һалып бешерергә. (мин 10 штук һалдым) Болғап тороғоҙ, тигеҙ бешер. Майығыҙҙы бешерә башлағас саҡ ҡына яйлатығыҙ, тупсыҡтар ярылмаҫ.  Тиҙ арала тәмле генә тәмлекәс әҙер!!!

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: