+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
2 Май 2022, 09:40

Кесерткән ашы

башҡорт халҡының бик борондан ҡулланған аҙығы. Яҙ етеү менән, кесерткән үләне ҡалҡып сыҡҡас та бешергәндәр. Файҙалы матдәләргә, бигерәк тә С витаминына бай. Бер аш тәрилкәһе тултырып кесерткән (өҫкө япраҡтары), 3 бәрәңге, 3 йомортҡа, 1 стакан тирәһе он, тәменсә тоҙ, борос, ҡаймаҡ, ҡатыҡ кәрәк.    

Кесерткән ашы
Кесерткән ашы

Ҡайнап ултырған тоҙло һыуға бәрәңгене турап һалырға. Ул бешкәнсе онға 1 йомортҡа һытып ыумас ыуырға. Болғата-болғата ыумасты ашҡа һалырға. Кесерткән япраҡтарын яҡшылап йыуып, бешекләгәс, ипләп кенә япраҡтарҙы алып турарға. 2 йомортҡаны һытып, кесерткән япраҡтары менән болғатырға һәм ашҡа һалырға. 5 минуттан аш әҙер. Табынға ҡаймаҡ, ҡатыҡ менән бирергә.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: