+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
11 Май 2022, 09:50

Бәпембәнән ҡайнатма

Һәр яҙ ерҙе ҡаплап алған һап-һары бәпембәләр сығыу менән уларға һоҡланабыҙ, әммә күптәребеҙ күҙҙе иркәләгән бәләкәс кенә ҡояш ярсыҡтарының бар өлөшө лә ашарға яраҡлы икәнлеген уйлап та бирмәй. Ә бит шифалы дауа - аяҡ аҫтында ғына. Мәҫәлән, уның яҙғы йәш япраҡтарын турамаға ҡулланалар, тамырын киптереп, файҙалы эсемлек әҙерләйҙәр, сәскәһенән бал (ҡайнатма) эшләйҙәр. Ул һаулыҡты нығытып, ауырыуҙарға ҡаршы тороу көсөн арттыра, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, бауырҙы, бөйөрҙө таҙарта, быуындарҙы дауалай.

Бәпембәнән ҡайнатма
Бәпембәнән ҡайнатма
300 сәскә башын йыйып алабыҙ. Ҡайнатма яһар өсөн ике стакан һыуға 1 килограмм шәкәр һалып, иҙелеп бөткәнсә ҡайнатабыҙ. Сәскә баштарының һары өбөрҫөһөн генә ҡалдырып, һалҡын һыуҙа йыуып алып, сиропҡа төшөрәбеҙ. 20 минут ҡайнатҡандан һуң уттан алырға. Ике-өс минут ҡалғас, ярты лимон һуты йә ярты балғалаҡ лимон кислотаһы өҫтәйбеҙ. Икенсе көнөнә марля аша һөҙөп, ҡуйырығын ташлайбыҙ, ә сиробын йәнә 20 минут ҡайнатып алабыҙ.

Бәпембә сәскәһе менән балды һәр кем үҙе теләгәнсә миҡдарҙа ала.
Бәпембә сәскәләрен йыуып киптерәбеҙ ҙә таждарын ғына алабыҙ, йәшел өлөшөн ҡырҡып ташлайбыҙ. Шунан блендер йәки ит турағыстан үткәрәбеҙ ҙә банкаға һалабыҙ. Өҫтөнә шыйыҡ бал ҡоябыҙ.
Тик шуға иғтибар итегеҙ: бәпембә сәскәһен йыйып алғас, бер нисә минут йәйеп һалып тороғоҙ. Был саҡта уларға эйәләшкән бөжәктәр сыға, артабан һыуыҡ һыуға бер аҙ һалып тороп, ҡулланырға мөмкин. Әммә иртәгә эшләрмен әле тип ҡалдырмағыҙ, бәпембә сәскәһен өҙөп алғас та эшкәртергә кәрәк, сөнки ул тиҙ ҡарая һәм яна.
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: