-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
11 Май 2022, 13:27

Чебурек

Ҡамыры өсөн:- он — 3,5 а.ҡ. (аш ҡалағы)- һыу — 1 а.ҡ.- май (подсолнечное масло) — 2 а.ҡ.- тоҙ — 1 сәй ҡалағыЭсе:- Фарш (ниндәй булһа ла ярай) — 200-300 г- һуған — 1-2 шт- тоҙ- ҡара борос- һыу — 0,5 а.ҡ. тирәһе

Чебурек
Чебурек

1. Йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Шыптыр менән ябып бер сәғәткә ҡалдырып торабыҙ.

2. Фаршҡа тоҙ, борос, һуған ҡушып болғатабыҙ. Шунан ғына һыу ҡушабыҙ. Эсе әҙерәк шыйыҡ килеп сығырға тейеш, ләкин ҡамырҙан ағып китерлек булмаһын.

3. Ҡамырҙан бер киҫәк ҡырҡып алабыҙ ҙа, йоҡа ғына итеп йәйәбеҙ. Манты эшләгән кеүек йәйегеҙ, ләкин саҡ ҡына унан ҡалыныраҡ булһын. Күп онларға тырышмағыҙ - насар була.
Яртыһына әҙер фаршты һылап һалабыҙ. Уныһы ла бигерәк ҡалын булырға тейеш түгел. Фоталағы һымаҡ ябып ҡуябыҙ.

4. Ҡыҙған майҙа ике яҡтан һарғылт төҫкә кергәнсе бешерәбеҙ. Чебуректар майҙа йөҙөп йөрөргә тейеш! Май күберәк булғаны яҡшыраҡ.

5. Һәр береһен бешергәндән һуң гәзиткә йәки ҡағыҙ салфеткаға һалығыҙ. Чебурек ныҡ майлы булмаясаҡ.

Сығанаҡ: ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: