+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
19 Май 2022, 15:10

ҠУҘҒАЛАҠТАН БӘЛЕШ

Ҡамыр өсөн ике стакан он, ярты стакан шәкәр, 100 грамм аҡ май, бер стакан ҡаймаҡ, бер сәй ҡалағы йомшартҡыс алабыҙ. Эслеккә иһә 250 грамм ҡуҙғалаҡ, ярты стакан шәкәр, ике сәй ҡалағы крахмал кәрәк.

ҠУҘҒАЛАҠТАН БӘЛЕШ
ҠУҘҒАЛАҠТАН БӘЛЕШ
Тәүҙә шәкәрҙе май менән бергә ыуабыҙ. Ҡаймаҡ, йомшартҡыс ҡушып ҡамыр баҫабыҙ ҙа 20 минутҡа ҡалдырабыҙ.
 
Эслек өсөн ҡуҙғалаҡты ваҡлап турайбыҙ. Шәкәр, крахмал ҡушып бергә болғатабыҙ. Шунан ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, йәймәләр йәйәбеҙ. Ҙурыраҡ өлөшөнә эслек һалабыҙ. Бәләкәсерәге менән ҡаплайбыҙ ҙа эргә-тирәһен йәбештерәбеҙ. Бәлештең өҫтөнә һөт менән йомортҡаны бутап һөртәбеҙ. Мейесте 200 градусҡа тиклем йылытып, 40 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: