Ингредиенттар:
● 1,5 стакан шәкәр
● 1 л һөт
● 100 г аҡ май
● 1 аш ҡалағы крахмал
● 5 йомортҡа һарыһы
Аҡ майҙы йылы һөткә һалабыҙ ҙа ҡайнап сыҡҡанын көтәбеҙ. Икенсе һауыт алып, шәкәр, крахмал, йомортҡа һарыһын ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ (ыуабыҙ). Унан өҫтөнә әҙ-әҙләп һөт ҡушабыҙ. Ул шыйыҡ ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш.
Был мәл һөт ҡайнап сығырға тейеш. Был һары төҫтәге шыйыҡсаны ҡайнап ултырған һөттө туҡый-туҡый ҡоябыҙ.
Йәнә ҡайнап сыҡҡанын көтәбеҙ. Уны уттан алып, тиҙ генә һауытын (кәстрүлде) һыуыҡ һыу өҫтөнә ултыртабыҙ. Бер аҙ һыуынғансы болғатып торор кәрәк булыр.
Ныҡлап һыуығас, туғып алабыҙ ҙа, әҙер формаларға ҡойоп, һыуытҡысҡа ултыртабыҙ. Теләгәнсә, төрлө емеш-еләк ҡушырға ла була.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, күңелегеҙ нурлы булһын!