+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
10 Июнь 2022, 09:00

Мин үҙем бешергән ҡоймағымды „Хужабикә ҡоймағы” тип йөрөтәм

„Хужабикә ҡоймағы”ның нисек эшләүен Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы Әлфинә Мостафина өйрәтте. Тулыраҡ (фотолары менән):

Мин үҙем бешергән ҡоймағымды „Хужабикә ҡоймағы” тип йөрөтәм
Мин үҙем бешергән ҡоймағымды „Хужабикә ҡоймағы” тип йөрөтәм

Уны бешерер өсөн кәрәк буласаҡ: 2 стакан он, берәр стакан кефир һәм һөт, 1 йомортҡа, 2 балғалаҡ шәкәр, тәменсә тоҙ, сода, үҫемлек майы.
Йомортҡа, тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы, бысаҡ осонда ғына соданы бергә һәйбәтләп туҡыйбыҙ, аҙаҡ ошонда уҡ йылымыс һөт һәм кефир ҡушабыҙ. Килеп сыҡҡан массаға кәрәгенсә он һалабыҙ һәм тағы ла яҡшы итеп болғатабыҙ. Он төйөрләнергә тейеш түгел. Әҙер ҡамырҙы ярты сәғәткә ултыртып ял иттереп алабыҙ.
Ҡоймаҡтар табаға йәбешмәһен өсөн уны үҫемлек майы менән һәйбәт итеп майлайбыҙ һәм ҡоймаҡты ҡоя башлайбыҙ. Ҡойоп бөткәс, ҡоймаҡтарҙы һыйыр майы йәки үҫемлек майы менән ике яҡлап майлайбыҙ һәм әҙер һауыттарға теҙеп һалабыҙ. Ҡоймаҡ янына ҡайнатма, ҡаймаҡ, джем йәки бал менән бирергә була. Аштарығыҙ тәмле булһын!


Мостафина Әлфинә, Байназар мәктәбе уҡыусыһы

Мин үҙем бешергән ҡоймағымды „Хужабикә ҡоймағы” тип йөрөтәм
Мин үҙем бешергән ҡоймағымды „Хужабикә ҡоймағы” тип йөрөтәм
Мин үҙем бешергән ҡоймағымды „Хужабикә ҡоймағы” тип йөрөтәм
Мин үҙем бешергән ҡоймағымды „Хужабикә ҡоймағы” тип йөрөтәм
Мин үҙем бешергән ҡоймағымды „Хужабикә ҡоймағы” тип йөрөтәм
Мин үҙем бешергән ҡоймағымды „Хужабикә ҡоймағы” тип йөрөтәм
Мин үҙем бешергән ҡоймағымды „Хужабикә ҡоймағы” тип йөрөтәм
Мин үҙем бешергән ҡоймағымды „Хужабикә ҡоймағы” тип йөрөтәм
Мин үҙем бешергән ҡоймағымды „Хужабикә ҡоймағы” тип йөрөтәм
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: