+22 °С
Ясна
Әҙерләү:
1. Кәстрүлгә һыу һалып ҡайнатып сығарабыҙ . Бәрәңгене таҙартабыҙ, шаҡмаҡлап турайбыҙ һәм ҡайнап торған һыуға һалабыҙ.
2. Сосискаларҙы түңәрәкләп турайбыҙ. Үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ. Һуңынан бәрәңге янына өҫтәйбеҙ.
3. Кишерҙе ҡырғыс аша ҡырабыҙ. Һуғанды уртаса ҙурлыҡта шаҡмаҡлап турайбыҙ. Кишер менән һуғанды бергә үҫемлек майында 10 минут ҡыҙҙырабыҙ. Уларға томат пастаһы өҫтәйбеҙ һәм тағы 5 минут быҡтырабыҙ.
4. Корнишондарҙы, зәйтүн емешен түңәрәкләп турайбыҙ. Лимондың түңәрәктәрен — дүрт өлөшкә.
5. Ҡыҙҙырылған кишер менән һуғанды, туралған корнишон, зәйтүн емешен, лимон кисәктәрен кәстрүлгә бәрәңге менән сосискалар янына өҫтәйбеҙ. Барыһын бергә 10-15 минут бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!