+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
18 Август 2022, 17:50

Шифалы үләндәрҙән панно

Мин был панноны ете төрлө шифалы үлән ҡулланып эшләнем. Унда мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, боланут, аҡ сәскә (ромашка), мең япраҡ, әрем, гөлбаҙран (пижма) үләндәре керҙе. Хуш еҫле был панноны аш-һыу бүлмәһенә, мунсаға ла элеп ҡуйырға була.

Шифалы үләндәрҙән панно
Шифалы үләндәрҙән панно

Зарема Таһирова Йылайыр районының Шәйехзада Бабич исемендәге Йылайыр башҡорт гимназияһында белем ала. “Аманат” журналының бик әүҙем йәш хәбәрсеһе. Районда, республикала үткән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Һәр яҡлап һәләтле ҡыҙ оҫта бейей, ҡул эштәренә лә маһир.

Яңыраҡ ҡына үткән "Аҫылташ" йәштәр форумында шифалы үләндәрҙән эшләнгән панноһын эшләп, оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Зарема панно эшләү серҙәре менән уртаҡлаша.

 

Шифалы үләндәрҙән панно
Панно эшләр өсөн беҙгә яҡынса 40 см. тирәһе тигеҙ генә 2 тал сыбығы кәрәк. Ике яҡтан бер береһенә 30-40 см ара ҡалдырып еп үткәреп бәйләп сығабыҙ. Панноны элеп ҡуйыр өсөн ептәрҙе үреп, ике яҡ осонан бәйләп ҡуябыҙ. Аҫ яҡтың ептәрен үҙебеҙгә оҡшағанса биҙәкләп төшөрәбеҙ. Беҙҙең нигеҙ әҙер.
Хәҙер инде йыйған үләндәрҙе аралаштырып, кейҙереп ҡуяһы ғына ҡала. Ул шифалы үләндәрҙе сәскәләре, төҫтәре буйынса аралаштырып теҙәбеҙ. Ептәр араһынан үләнде һабаҡ яғынан кейҙерә башлайбыҙ. Бер рәт һулдан уңға үткәрәбеҙ, шундай уҡ үләнде тағы ундан һулға табан үткәрәбеҙ. Артабан башҡа төрлө үләндәрҙе лә шул рәүешле аралаштырып теҙәбеҙ.

Мин был панноны ете төрлө шифалы үлән ҡулланып эшләнем. Унда мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, боланут, аҡ сәскә (ромашка), мең япраҡ, әрем, гөлбаҙран (пижма) үләндәре керҙе. Хуш еҫле был панноны аш-һыу бүлмәһенә, мунсаға ла элеп ҡуйырға була. Шифалы үләндәрҙән эшләнгән панно матур ҙа, файҙалы ла!

Шифалы үләндәрҙән панно
Шифалы үләндәрҙән панно
Шифалы үләндәрҙән панно
Шифалы үләндәрҙән панно
Шифалы үләндәрҙән панно
Шифалы үләндәрҙән панно
Шифалы үләндәрҙән панно
Шифалы үләндәрҙән панно
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: