+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
21 Август 2022, 05:15

ИҢ БОРОНҒО ТӘҒӘМЕБЕҘ – ҠОРОТ

Ҡороттоң файҙалы яҡтары һанап бөткөһөҙ. Ул аҡһымға, углеводтарға, төрлө ферменттарға, микроэлементтарға, витаминдарға бай. Ҡорот менән ашағанда, майлы аш та ҡурҡыныс түгел.

ИҢ БОРОНҒО ТӘҒӘМЕБЕҘ – ҠОРОТ
ИҢ БОРОНҒО ТӘҒӘМЕБЕҘ – ҠОРОТ

Башҡорт халҡының тағы бик тәмле һәм файҙалы риҙығы бар. Ул ҡорот тип атала. Кемдең ашағаны бар? Уны әсегән һөттән яһайҙар.Ҡоротто дауа өсөн файҙаланалар һыуыҡ тейгәндә, ашҡаҙан ауыртҡанда, йөрәк йыш ҡаҡһа ҡорот ярҙамға килә. Ул витаминға бай.Уның файҙаһы кеше өсөн шул тиклем ҙур, баһалап бөткөһөҙ.

Ифрат шифалы ризығыбыҙ ҡороттоң файҙалы яҡтары һанап бөткөһөҙ. Ул аҡһымға, углеводтарға, төрлө ферменттарға, микроэлементтарға, витаминдарға бай. Ҡорот менән ашағанда, майлы аш та ҡурҡыныс түгел. Һалҡын тейгәндә ҡоротлап-борослап эҫе һурпа эсеү тирләтә, хәл индерә. Күңел болғанғанда, аҙ ҡанлылыҡтан, ауырыуҙан хәлһеҙләнгәндә лә ярҙам итә, аппетитты аса, көс-ҡеүәт бирә. Элек ҡышын урманға ҡорот менән ҡаҙы алып йөрөр булғандар – туҡлыҡлы ла, файҙалы ла ризыҡтарыбыҙ һалҡынға бирешмәҫкә көс биргән. Ҡороттоң үҙе генә түгел, эркет һыуы ла ифрат шифалы. Ул ашҡаҙанды таҙарта. Кендек инәләре борон был һыу менән яңы тыуған бәпестең кендеген эшкәрткән. Ҡуйы булып үҫһен, йылҡылдап торһон өсөн, һылыуҙар сәсен йыуған. Эркет һыуы менән баҫҡан ҡамыр ҙа уңмай ҡалмай.
Борон ҡорот ҡайнатмаған ҡатын-ҡыҙ булмағандыр.

– Ҡаймағы айыртылған һөттө ҡайнатабыҙ ҙа тән темпера­тураһына тиклем һыуытабыҙ. 2 биҙрә һөткә 0,7 литр самаһы ҡатыҡ ойотҡоһо һалабыҙ. Әлеге йәйге эҫе көндә ул кискә тиклем ойоп та сыға. Бер нисә көндән, әсегәс, ҡатыҡты ҡайнатабыҙ. Ҡайнағас, эмалле биҙрәгә ҡойоп һыуытабыҙ. Туҡыма тоҡтарға һалып, һарҡытырға ҡуябыҙ. 1-2 көндән эркете ағып бөтә. Ҡоротто алып, самалап тоҙ һалабыҙ ҙа баҫабыҙ. Йоҙроҡ ҙурлығында йомарлайбыҙ.

 

Муйыллы ҡорот бигерәк тәмле була. Йыл һайын муйылды күнәкләп йыйып, таҙалап, ит үткәргестән ике ҡат (һөйәкле булмаһын өсөн) үткәрәбеҙ. Шуға тәменсә шәкәр ҡушып бутайбыҙ ҙа туңдырғыста һаҡлайбыҙ. Ҡоротҡа уны өҫтәлгә бирер алдынан ғына ҡушабыҙ. Алдан һалып әҙерләргә лә мөмкин, тәме шул килеш ҡала, тик төҫө ҡайтышыраҡ була. Табынға биргәндә, өҫтөнә яңы ғына айыртылған ҡаймаҡ һалып ебәрһәң, иҫ киткес матур ҙа, тәмле лә хан һыйы әҙер!
Шыйыҡ ҡоротто ла бик яраталар. Уны былай әҙерләйбеҙ. Ҡоротто ҡайнатҡас, тондорабыҙ, өҫтөндәге һыуын алабыҙ, тик ҡапсыҡҡа һалып һарҡытмайбыҙ, ә төбөндә ҡалған эркете менән бергә (ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш) алабыҙ. Уға әнис (укроп), йәшел һуған турап, тоҙ һалып болғатабыҙ. Литр ярымлыҡ пластик шешәләргә һалып, мөгәрәпкә төшөрөп ҡуябыҙ. Ул өс йыл дауамында боҙолмай һаҡлана.

Ҡорот
Ҡатыҡ ҡойҙоҡ ҡаҙанға,
Ҡатыҡҡа ике аҙна.
Ҡатыҡ ҡайнай ҡаҙанда,
Ҡабармай болғағанда.
Ҡатыҡ ҡайнаны урғып,
Нөҙҙөк иләктән уны,
Ултырҙы ул тонғансы,
Тағы бер кис ҡунғансы,
Тап-таҙа тоҡҡа ҡойҙоҡ,
Баш түбән аҫып ҡуйҙы ҡ.
Эркелеп эркет аҡты,
Кал д ыҡ тағы ҙур ташты.
Тоҡто асһаҡ, ап-аҡ ҡорот,
Услап-услап уны тот.
Юҡ икән, тоҙо кәрәк,
Тоҙһоҙ сөсө бигерәк.
Эҫе ҡояш яндыра,
Ҡорот һыуһын ҡандыра.
Ҡоротто ҡайм аҡ ҡа мандыҡ,
Сәй эсеп көс-хәл алдыҡ.
Йомарланыҡ, йөҙ булды,
Ылаштар йәһәт тулды.
Тоҡос башлы түрәләр,
Шулай түргә менәләр.
Рәсимә Ураҡсина

ИҢ БОРОНҒО ТӘҒӘМЕБЕҘ – ҠОРОТ
ИҢ БОРОНҒО ТӘҒӘМЕБЕҘ – ҠОРОТ
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: