

Беҙгә ике әфлисун һәм кипкән 40-50 бөртөк ҡәнәфер сәскәләре (гвоздика) кәрәк буласаҡ. Ҡәнәфер сәскәһен магазинда тәмләткестәр бүлегендә табырға мөмкин. Кипкән ҡәнәфер сәскәләрен уртаға бүләбеҙ ҙә (һәр әфлисунға теүәл итеп) әфлисундарға ҡаҙап сығабыҙ. Ҡырҙан ҡарағанда ысын терпе килеп сыҡан кеүек. Үҙегеҙҙең фантазияғыҙға ҡарап, төрлө форма бирергә лә була. Әфлисун-ҡәнәфер сәскәһе ҡушылмаһынан хуш еҫ аңҡып торған “аэрозоль” әҙер. Бер ниндәй химикатһыҙ, һаулыҡҡа ла зыяны юҡ, һауаның озон ҡатламына ла файҙа килтерәбеҙ. Был һауа сафландырғысыбыҙ күңелгә көн дә байрам кәйефе биреп торор.
Рәхәтләнеп, ҡулланығыҙ!