-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
26 Август 2022, 14:46

Шифалы тәғәм – күбекмай!

Әсәйем уны эшләүгә иғтибарҙы айырыуса бүлә торғайны: батмандан сит-ят еҫ, тәм сығып торорға тейеш түгел. Шуға ла ул ҡат-ҡат йыуылып, сайылып, бағанаға эленеп, ҡояшта елләтелеп, киптерелә.Эшләү тәртибе лә ябай ғына: (дауамы - )

Шифалы тәғәм – күбекмай!
Шифалы тәғәм – күбекмай!

Халҡыбыҙҙың дан ризығы

Ул – күбекмайы булыр.

Май ашаған кешенең

Тәне сәләмәт булыр!

Әсәйем Ауырғазы районы Үтәймулла ауылынан Ғафури районының Сәйетбаба ауылына 1947 йылда килен булып төшкән. Бөгөнгө көндә ауылдың берҙән-бер иң өлкән килене. Ғүмеренә аш-һыуға оҫта. Уның бешергән бауырһаҡ, бәрәмес, ыуыҙ, тары ҡоймаҡтарының тәме һаман да тел осонда тора. Күрше-тирә ҡунаҡ саҡырып, берәй байрам тантанаһына әҙерләнгәндә, әсәйемә йүгереп килә: “Мөнирә килен, шуны бешереп, быны эшләп кенә бир инде, зинһар!”

Бала саҡта күбекмайҙы ла күп ашаныҡ. Әсәйем ҙур оҫталыҡ менән, тел йоторлоҡ тәмле бешә ине. Уны эшләүгә иғтибарҙы айырыуса бүлә торғайны: батмандан сит-ят еҫ, тәм сығып торорға тейеш түгел. Шуға ла ул ҡат-ҡат йыуылып, сайылып, бағанаға эленеп, ҡояшта елләтелеп, киптерелә.
Күбекмайҙы эшләү тәртибе:
Бер литрҙай ҡаймаҡҡа ике-өс ҡалаҡтай ойотҡан туғып, ярты тәүлеккә ултыртып торабыҙ. Ошо ваҡыт арауығында, әсерәк тәм инһен өсөн, ҡаймаҡты ара-тирә болғатып китәбеҙ. Күбекмай өсөн әҙерләнгән бер биҙрәләй яңы ғына ойоған ҡатыҡты ағас гөбөгә ҡойоп, бер аҙ туғып алабыҙ ҙа баяғы ҡаймаҡты ҡойоп ебәрәбеҙ. Бешкәк менән оҙаҡ ҡына, бер туҡтамай, ошо массаны бешергә кәрәк. Был эштә, беҙ – балалар ҙа, күмәкләшеп, алмаш-тилмәш, ҡатнаша торғайныҡ. Батман тирәләй сиратҡа теҙелешеп баҫабыҙ: “мин бешәм дә, мин бешәм!”. Айы-
рыуса, малайҙарҙың көсө был эштә бик урынлы була торғайны. Сөнки аҡ май төшә (әҙер була) башлағанда гөбө ситенә йәбешә, йомарланып, бер массаға әйләнә. Шул саҡта, күбекмай тиҙерәк төшһөн өсөн, тағы ла нығыраҡ, шәберәк туғырға кәрәк. Күбекмай бешеүгә лә маһирлыҡ талап ителә: ситкә сәсрәтмәй, һәүетемсә генә туғыла. Таяғын саҡ ҡына дөрөҫ тартмаһаң, айраны сәсрәргә тора. Эшкә ҡулың килешеңкерәмәй китһә, әрләнеп тә ҡуяһың.
Күбекмай үҙе нәзәкәтле генә, әскелтем, күпереп торған йомшаҡ ҡына тәмле ризыҡ. Әҙер күбекмайҙы бер һауытҡа, айранын икенсе һауытҡа айырып алына. Был ризыҡ үҙенең еңел үҙләштерелеүе һәм шифалы булыуы менән әһәмиәтле. Ә айраны хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ! Ашҡаҙаны ауыртҡан кешегә лә ашау файҙалы. Борон йәш балаға ла ауыҙ иттергәндәр. Уны даими ҡулланған кеше сирҙең нимә икәнен белмәгән.
Дөрөҫ туҡланыу – кеше һаулығына ҙур йоғонто яһауын боронғолар бик яҡшы аңлаған. Шуға ла беҙҙең милли аш-һыуҙарыбыҙ шифалы, файҙалы, туҡлыҡлы булған. Өҫтәлдәребеҙҙә ҡымыҙ, буҙа, айран урын алһа, күбекмай, талҡан, ҡорот, эремсектәрҙе йышыраҡ ҡулланһаҡ, ҡомалаҡ әсеткеләрен ҡулланып, икмәкте лә үҙебеҙ бешерһәк, һау-сәләмәт булырбыҙ, борондан ҡалған шөғөлдәребеҙ ҙә юғалмаҫ.
Зөбәржәт ЯҠУПОВА.

Сығанаҡ: "Табын" гәзитенән. 

Шифалы тәғәм – күбекмай!
Шифалы тәғәм – күбекмай!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: