+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
28 Август , 06:10

Әбйәлилсә һурпа

Был яҡтарҙа бешкән ашты алдыр менән табындың уртаһына ултырталар. Эргәһенә каса менән ағас ҡалаҡ һалып, айырым һауытта, иҙелгән ҡорот та ҡуялар. Әҙерләү тәртибе:  

Әбйәлилсә һурпа
Әбйәлилсә һурпа

Бына Әбйәлилдәрсә һурпаға рецеп:

1. Ит бешеп сыҡҡас һурпаһынан алабыҙ, иткә семтем генә тоҙ һибеп, өҫтөн таҫтамал менән ябабыҙ.
Ниңә таҫтамал менән һуң? Әгәр ҙә яңы бешеп сыҡҡан итте, кәстрүл ҡапҡасы менән япһаҡ, эҫе ит дымлана, йәме, тәме бөтә. Ит һыуынғас, үткер генә бысаҡ, йә кухня ҡайсыһы менән шаҡмаҡлап, ауыҙға һыйырлыҡ итеп кенә турайбыҙ.

2. Һурпаны һөҙәбеҙ. Өҫтөндәге тоҙлоҡто айырым, бәләкәсерәк кастрүлгә ҡоябыҙ ҙа, ваҡ итеп туралған башлы һуғанды ҡушып, талғын ғына утта, тиҙ генә бешереп алабыҙ.

3. Бер алдыр өсөн, бер уртаса картуфты таҙартып, матур ғына итеп (ваҡ та булмаһын, эре лә булмаһын) шаҡмаҡлап турап, айырым һауытта бешерәбеҙ.

4. Һөҙөлгән һурпа ҡайнап сыҡҡас, һалманы һалып бешерәбеҙ. Әҙерәк ҡара борос ҡушырҡа мөмкин.Шапылдатып ҡайнатмағыҙ.

Һалма әҙерләү - 3 өшә һалмаға 2 йомортҡа, яҡынса, ике ҡул ус менән, өс ус он, тоҙ, һыу ҡушып, ҡамыр баҫабы ҙа ярты сәғәткә ултыртып торабыҙ. Ҡалын итмәй генә һалма йәйеп, һалманы киптерәбеҙ, был мотлаҡ. Оҙонсалап ҡырҡабыҙ.

5. Бешкән һалманы табаҡҡа һалабыҙ (алдыр), өҫтәнә матур ғына итеп картуфты һалабыҙ, матурлап ит киҫәктәре лә һикерешеп төшөп китә, иң өҫтөнә тоҙлоҡты ҡоябыҙ. Ашығыҙ ныҡ ҡуйы булмаһын. Кәрәк булһа һурпа өҫтәгеҙ.

6. Алдыр менән өҫтәлгә ултыртабыҙ. Эргәһенә каса менән ағас ҡалаҡ һалабыҙ, айырым һауытта, иҙелгән ҡорот мотлаҡ кәрәк. Ҡоротһоҙ ниндәй аш була ул)

Ашығыҙ тәмле булһын!

 

Әбйәлилсә һурпа
Әбйәлилсә һурпа
Әбйәлилсә һурпа
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас в