+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
5 Сентябрь 2022, 11:57

НУТЕЛЛА ЭШЛӘЙБЕҘ

Дуҫтар! Әйҙәгеҙ, ошо тәмлекәсте үҙебеҙ эшләп ҡарайыҡ. Магазиндыҡынан тәмлерәк тә, туҡлыҡлыраҡ та килеп сыға. Ә эшләүе еп-еңел!

НУТЕЛЛА ЭШЛӘЙБЕҘ
НУТЕЛЛА ЭШЛӘЙБЕҘ

Бер стакан һөт алабыҙ. Бер ярым аш ҡалағы он. Бер стакан шәкәр. Ике аш ҡалағы какао онтағы. Бер аш ҡалағы тәмле генә аҡ май. Өс аш ҡалағы грек сәтләүеге.

Һөт менән майҙы ҡайнатабыҙ. Айырым һауытта он, шәкәр, какао онтағын бергә болғайбыҙ. Яйлап ҡына болғата-болғата, ошо массаға май ҡушылған ҡайнар һөттө ҡоябыҙ. Масса талғын утта тағы ла ун минут ҡайнарға тейеш. Һыуытабыҙ. Ваҡланған сәтләүек онтағын ҡушып, һыуытҡысҡа оҙатабыҙ.

Сәй янына был тәмлекәс бик тә ярап ҡалыр. Мотлаҡ эшләп ҡарағыҙ.

НУТЕЛЛА ЭШЛӘЙБЕҘ
НУТЕЛЛА ЭШЛӘЙБЕҘ
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: