Туңдырма йәй көнө генә ашай торған һый-ниғмәт түгел. Йәйен эҫе булғас, әлбиттә, уны күберәк ашағы килә. Ә башҡа миҙгелдә был тәмлекәс тураһында онотоп торола.
Өй шарттарында, үҙ ҡулдарың менән эшләгән ошо туңдырманы йәйен дә, ҡышын да ашарға була. Сөнки ул һыуыҡ ҡына һымаҡ булһа ла, үҙе йылы ғына, ашауға нәзәкәтле.
Кәрәк буласаҡ:
+ 500 мл ҡуйы ғына һөт өҫтө;
+ 2/3 бaнка ҡуйыртылған һөт;
+ семтем генә ванилин;
+ 2 вaфли кoржиктары (йоҡаҡ ҡына итеп үҙегеҙгә бешереп алырға була.);
+ тәменсә, үҙегеҙ яратҡан еләк-емеш.