+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
30 Сентябрь 2022, 14:19

Кейп-трансформер

Бер генә деталдән торған жилет формаһындағы был кейемде тегеү өсөн әллә ни  оҫталыҡ талап ителмәй. Джинсы салбарҙар, оҙон йәки ҡыҫҡа итәкле күлдәктәр  менән заманса һәм үҙенсәлекле күренер. Шулай уҡ буй-һындың ниндәй булыуы ла мөһим түгел, бар кешегә лә килешеп торасаҡ. Төрлө вариацяларҙа кейеп ҡарарға була. Фантазияң ғына булһын.

Кейп-трансформер
Кейп-трансформер

Кейп-трансформер

Бер генә деталдән торған жилет формаһындағы был кейемде тегеү өсөн әллә ни  оҫталыҡ талап ителмәй. Джинсы салбарҙар, оҙон йәки ҡыҫҡа итәкле күлдәктәр  менән заманса һәм үҙенсәлекле күренер. Шулай уҡ буй-һындың ниндәй булыуы ла мөһим түгел, бар кешегә лә килешеп торасаҡ. Төрлө вариацяларҙа кейеп ҡарарға була. Фантазияң ғына булһын.

Кейп-трансформерҙы тегеү өсөн кәрәк ошолар буласаҡ:

1,30-1,50 метр туҡыма (тығыҙ трикотаж, кашемир, замша);

Тегенсе ҡайсыһы;

Аҡбур йәки һабын;

Тегенсе булавкаһы;

Ептәр;

Ҡырҙарын биҙәү өсөн ҡыя әҙеп (косая бейка).

     Туҡыманы ҡап уртаға бөкләйбеҙ һәм булавкалар менән ҡыҫтырып сығабыҙ (1-2-се һүрәттәгесә): кейемдең оҙонлоғо+капюшон+билбау;

(3-5-се һүрәттәгесә) һәм (2-4-се һүрәттәгесә) ҡап урталай бөкләгәндән һуң туҡыманың киңлеге(3-5-се һүрәттәгесә) һәм (1-6-се һүрәттәгесә) 40-50 см.;

Ең уябыҙ (6-7-се һүрәттәгесә) арҡа киңлегенең яртыһы +1,5 см, (7-8-се һүрәттәгесә) 13-15 см;

(7-8-се һүрәттәгесә) киҫегенән уңға һәм һулға дүртәр см.  Тура дүртмөйөш  килеп сыға (9, 10, 11, 12-се һүрәттәгесә). Тура дүрт мөйөштөң ситтәрен түңәрәкләйбеҙ;

Билбау (2-14-се һүрәттәгесә) һәм (4-13-се һүрәттәгесә) 10 см. Билбауҙың мөйөштәрен түңәрәкләйбеҙ.

(3-15-се һүрәттәгесә), (13-16-се һүрәттәгесә), (13-18-се һүрәттәгесә) 50 см.

(5-15-се һүрәттәгесә) и (16-18-се һүрәттәгесә) түңәрәкләйбеҙ.

    Кейп-трансформерҙың төҙөлөшө әҙер. Туҡыманың ситтәрен һәм эске яғын, билбауҙы киҫергә генә ҡала.

     “Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ» тигән мәҡәлде иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Ҡат-ҡат уйлап, һыҙманың дөрөҫлөгөнә инанғандан һуң ғына ҡайсыға тотонабыҙ! Ҡырҡҡандан һуң туҡыманың ситтәрен ҡыя әҙеп ҡушып матурлап тегеп сығабыҙ.


Әлиә ҒӘЙНУЛЛИНА

 

* Ҡыя әҙеп - косая бейка – 45 градус ҡыя ҡырҡылған таҫма йәки туҡыма.

Кейп-трансформер
Кейп-трансформер
Кейп-трансформер
Кейп-трансформер
Кейп-трансформер
Кейп-трансформер
Кейп-трансформер
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: