+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
6 Октябрь 2022, 12:35

Бала саҡта бөтөн ризыҡ тәмле!

Ауыҙҙа иреп торған тәмлекәй көлсәләрҙе кем генә яратмай икән? Әҙәгеҙ әле, бешереп ҡарайыҡ уны!

Бала саҡта бөтөн ризыҡ тәмле!
Бала саҡта бөтөн ризыҡ тәмле!

Көлсә рецепты:

ярты стакан һөт
1 йомортҡа
100 г аҡ май
1ст. шәкәр
3-4ст. он
1 ҡап ҡабартҡыс

Һөткә шәкәрҙе һалып утҡа иретергә ҡуябыҙ, ирегәс 1-2 минут ҡайнатып комната температураһына тиклем һыуынғанын көтөргә кәрәк булыр.
Икенсе һауытта йомшарған май менән йомортҡаны болғатып, өҫтөнә һыуынған һөттө ҡоябыҙ ҙа ныҡ итеп туғыйбыҙ. Ҡабартҡыс менән ондо ҡушып йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ.
Хәҙер йәйергә лә мейескә оҙатырға ғына ҡала.
Йәймәнең ҡалынлығы 0,8 мм диаметры 10 см тирәһе була.
Тиҙ генә бешә был йәймәләр, шуға күрә оҙаҡ тотмағыҙ, 10-15минут етә.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

Бала саҡта бөтөн ризыҡ тәмле!
Бала саҡта бөтөн ризыҡ тәмле!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: