+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
6 Октябрь 2022, 12:00

Массаж эшләгәндә башҡортса һамаҡлау

Массажды ололар ғына түгел, балалар ҙа ифрат ярата.  Йыбанмай ғына һамаҡлап та ебәрһәгеҙ, массаж эшләп бөткәнсе бәпәйҙәрегеҙ иҙерәп, йоҡлап та китер. Урыҫ телендәге һамаҡтың башҡортса тәржемәһен ятлап алығыҙ.

Массаж эшләгәндә башҡортса һамаҡлау
Массаж эшләгәндә башҡортса һамаҡлау

Рельстар, рельстар, шпалдар, шпалдар,
Тегендә-бында поездар сабалар.

Бына ғәжәп: бер ваҡыт
Халыҡты аптыратып,
Үтеп барған поездан
Ергә борсаҡ ҡойолған,
Өйөм-өйөм йыйылған.

Үтеп киткән фил-атай,
Борсаҡты тапай-тапай!
Үтеп киткән фил-әсәй,
Борсаҡ еҫенә сәсәй!
Арттарынан фил-бәпәй
Борсаҡ кеүек тәгәрәй.

Бына килде себештәр,
Борсаҡтарҙы сүпләйҙәр!
Сип-сип-сип тип йырлайҙар,
Сүпләп-сүпләп туймайҙар.

Аҙаҡ килде аҡ ҡаҙҙар,
Ойошторҙолар баҙар!
Ҡаң-ҡаң-ҡаң да
Ҡаң-ҡаң-ҡаң,
Әллә үләләр астан!
Борсаҡтарҙы тапайҙар,
Соҡоп-соҡоп ашайҙар,
Ашап-ашап туймайҙар —
Бына ниндәй ас ҡаҙҙар!

Шунан килде бер ағай,
Ҡулында ҙур һепертке.
Бөтә ерҙе борсаҡтарҙан
Матур итеп һеперҙе.

Өҫтәл ҡуйып, кейемен
Ултырғысҡа ташланы,
Баҫа торған машинкала
Хатын яҙа башланы.

"Мин ҡыҙыма-бәпкәмә
Вжик - нөктә һәм вжик - нөктә —
Алдым ойоҡ бүләккә!
Вжик - нөктә һәм вжик - нөктә!

Ҡатыныма-йөрәккә
Вжик - нөктә һәм вжик - нөктә —
Алдым ойоҡ бүләккә!
Вжик - нөктә һәм вжик - нөктә!

Ҡыуанышып кейһендәр,
Мин уларҙы яратам!
Шуға, поезға һалып,
Бүләгемде оҙатам!

Улар бит хәбәр көтә:
Вжик - нөктә һәм вжик - нөктә!
Алыу менән хатымды,
Ҡаршыларҙар поезды!
Хатым яҙылып бөтә —
Вжик - нөктә һәм вжик - нөктә!"

Хаты әҙер, конвертҡа
Ҙур итеп мисәт һуҡты,
Бер туҡтаған поезға
Бүләктәрен дә һалды,
Ҡулдарын болғай-болғай,
Уны оҙатып ҡалды.

Китте почтаға шунан —
Был ағай шундай уңған!
Хатты тиҙ генә яҙҙы,
Әл дә борсаҡ ҡойолған!
Зөһрә Рәхмәтуллина.

Рельсы, рельсы, шпалы, шпалы-
Ехал поезд запоздалый.
Из последнего окошка
Вдруг посыпались горошки.
Пришли куры - поклевали
Пришли гуси - пощипали.
Прошел слон, прошла слониха,
Пробежал маленький слоненок.
Пришел дворник, все подмел, почистил,
Поставил стол, поставил стул,
Взял печатную машинку
И печатать начал тут же.
"Я купил жене и дочке:
Вжик-точка, вжик-точка,
Заграничные чулочки:
Вжик-точка, вжик-точка".
Положил в конверт и отправил!

"Сәләм" телеканалы сайтынан алынды.

Массаж эшләгәндә башҡортса һамаҡлау
Массаж эшләгәндә башҡортса һамаҡлау
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: