Ҡаҙ өмәһе.
Башҡорт халҡында һәйбәт ғәҙәткә инеп киткән байрамдар бик күп. Шуларҙың береһе – ҡаҙ өмәһе. Ҡаҙ өмәһе байрамы ноябрь айында, көндәр һалҡынайғас, үткәрелә. Уның үҙенә күрә тәртибе бар һәм йолаһы бар.
Ауыл ерендә күп ғаиләләр оя-оя ҡаҙ үҫтерә. Яҙ сыҡҡан бәпкәләр көҙгә оло ҡаҙҙарға тиңләшәләр. Шул ваҡатта хужа йәш килендәрҙе, ҡыҙҙарҙы, күршеләрен ҡаҙ өмәһенә саҡыра. Байрамса кейенгән йәштәр, шаян һүҙҙәр һөйләй-һөйләй, күңелле йырҙар көйләй-көйләй, ҡаҙ йолҡалар. Унан ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә элеп йылғаға йәки күлгә барып йыуалар. Бында ла йыр-моң яңғырап тора.
Кисенә байрамда ҡатнашыусыларға өсөн ҡаҙ ите бешә, ҡаҙ майына, танауҙы ҡытыҡлап, ҡоймаҡ ҡойола. Уйын – көлкө, йыр-бейеүҙәр менән өмә ашы үтә