Дөрөҫ туҡланайыҡ!
Бөгөн һеҙҙең менән дөрөҫ туҡланыу буйынса ябай ғына печенье рецепты менән бүлешергә булдыҡ. Сөнки балаларҙың иң яратҡаны тәмлекәстәр икәнен беҙ беләбеҙ.
Беҙгә кәрәк буласаҡ:
1 йомортҡа;
1,5 ҡалаҡ бал;
1-2 банан;
50 г. иретелгән һары май;
1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс;
ҡамыр итеп баҫырлыҡ дөгө оно.
Быларҙың барыһын да ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ һәм мейескә печеньелар әүәләп, оҙатабыҙ. 20 минуттан бешеп тә сыға.
Бына шулай еп-еңел һәм тәп-тәмле!
Ризығыбыҙ бәрәкәтле, бер-беребеҙгә мәрхәмәтле, үҙебеҙ мөхәббәтле булайыҡ! Аштарыбыҙ тәмле булһын, дөрөҫ туҡланайыҡ!❤