+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
26 Ғинуар 2023, 12:42

БИШБАРМАҠ

"Йылҡы, ҡаҙ, һарыҡ итенән Бишбармаҡ була һәйбәт," -ти, Мәсетле районыны Айгүзәл Латипова.  

БИШБАРМАҠ
БИШБАРМАҠ

Бишбармаҡ

 Йылҡы, ҡаҙ, һарыҡ итенән
 Бишбармаҡ була һәйбәт.
 Талғын ҡайнаһын ҡаҙаның,
 Усағын кәмет әҙләп.
 Йомортҡа һыт ҡамырыңа,
 Һурпаға ҡушып ҡына.
 Ҡаты булмаһын, йыбанмай
 Иҙ бик тырышып ҡына.
 Һалмаға тип йәйгән йәймәң
 Үтә күренеп торһон.
 Кипһен бер аҙ.
 Шаҡмаҡ-шаҡмаҡ
 Киҫеп сығырлыҡ булһын.
 Һурпа табынға ҡоротлап,
 Ит һалмалап бирелә.
 Борослап-һуғанлап ебәр—
 Оло аш бит, иренмә!

Айгүзәл Латипова,

Мәсетле районының Яңы Мишәр мәктәбе уҡыусыһы  "Минең милли ризығым" флешмобына ҡушыла.

БИШБАРМАҠ
БИШБАРМАҠ
БИШБАРМАҠ
БИШБАРМАҠ
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: