+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
24 Март 2023, 15:38

Гемоглобинды күтәреп алайыҡ

Гемоглобин түбән булһа, дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелә, хәтер насарая, гел йоҡо баҫа, сәс ҡорой, ҡойола, тырнаҡтар һына, баш йыш ауырта, ҡан баҫымы түбәнәйә.

Гемоглобинды күтәреп алайыҡ
Гемоглобинды күтәреп алайыҡ

Баллы балан ҡанды гемоглобинға байыта, ҡан тамырҙарын, йөрәк мускулдарын нығыта.

Бәүелде ҡыуа, бөйөрҙәр эшсәнлеген яҡшырта. Нерв системаһын нығыта, йоҡоно яҡшырта. Юғары давление менән интегеүселәргә бик файҙалы.

🔸Баланды ҡайнар һыу менән бешекләп, дуршлаг аша сығарығыҙ. Барлыҡҡа килгән балан иҙмәһенә шул ҡәҙәр үк күләмдә бал ҡушырға кәрәк. Ҡатнашманы 1 аҙна бүлмә температураһында төнәтергә һәм, банкаға тултырып, һыуытҡысҡа ҡуйырға. Иртән ас ҡарынға берәр аш ҡашығы ҡабырға була.

"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: