Бик тәмле ҡыҫтыбый рецебы. Ҡыҫтыбый яратаһыңмы? Улайһа, әйҙә бешереп ҡарайыҡ?
Ҡамыр өсөн: ярты стакан ҡайнар һыу, ярты стакан һалҡын һыу, 3 аш ҡашығы тәмле майонез, бер семетем тоҙ, он.
Ҡыҫтыбый эслеге: бәрәңге, һуған, тоҙ, борос, һөт, аҡ май.
Ҡамырҙың ингредиенттарын һалып баҫырға, ҡоро табала бешерергә. Был ҡамыр ҡатып та китмәй, бешкәс, һынмай.
Эслек өсөн тоҙло һыуҙа бешкән бәрәңгене иҙергә, ҡайнар һөт, борос, аҡ майҙа ҡыҙҙырған һуған һалырға һәм яҡшылап иҙергә. Шунан ҡамыр эсенә иҙмәне йәйергә һәм аҡ май менән майларға.
"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.