+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
19 Апрель 2023, 13:45

Сәскәләр

Беҙ бәләкәй саҡта, әсәйҙәр ҡунаҡ саҡырһа, өҫтәлдә һәр ваҡыт  бауырһаҡ, сәскәле тәмлекәстәр, асыҡ ауыҙҙар була торған ине.

Сәскәләр
Сәскәләр

Сәскәләр 🌸
Беҙ бәләкәй саҡта, әсәйҙәр ҡунаҡ саҡырһа өҫтәлдә һәр ваҡыт сәскәләр, бауырһаҡ, асыҡ ауыҙҙар була торған ине.
Миндә вакыты-ваҡыты менән ошо тәмлекәстәрҙе бешереп алам, әле бына аятҡа бешереп алдым әле.
Кәрәк була:

☘ 6 йомортҡа;
☘Сода ( семетем генә);
☘Он
🌞🌞🌞
Йомортҡаны тәрән һауытҡа һытабыҙ, соданы һалабыҙ, ондо һалып йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ондо үзегеҙ самалайығыҙ, ҡамыр ҡулға йәбешмәҫкә тейеш ☝
Бер аҙ ял иттереп алабыҙ - 15 минут тирәһе.
Ныҡ ҡалын итмәй генә йәймәләр йәйәбеҙ һәм түңәрәктәргә киҫеп сығабыҙ. Мин самауырҙың камфаркаһы менән киҫәм, өс ҡат итеп ҡатлайбыҙ, уртаһын бармаҡ менән өс ҡамырҙы бергә нығытып ҡуябыҙ.
Ҡыҙған симешкә майында бешереп алабыҙ.
И всёёё👌
Өҫтөнә шәкәр пудраһы һалып биҙәргә була 🌸
P/s бауырһаҡка ла ҡамырҙы ошолайтып эшләйем, бик тәмле килеп сыға.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын 🍵🍵🍵

 

Уңғанбикәләр/Ҡатын-ҡыҙҙың- ҡырҡ сырағы сайтынан

Сәскәләр
Сәскәләр
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: