+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
1 Август 2023, 17:30

Эшләгәнең кеше өсөн, өйрәнгәнең үҙең өсөн

Башҡорттар борон өйөр-өйөр малдарын үләне шәп үҫкән ерҙәргә ҡыуып, үҙҙәре лә шул урындарҙа тирмәләр ҡороп, күсенеп йөрөгән. Мал күп булғас, һөт йылға булып аҡҡан. Ҡатын-ҡыҙҙар һөттән күп төрлө ризыҡ әҙерләгән. Һыуытҡыс урынына ҡар баҙҙары эшләп алғандар. Тиҙ боҙолоусан аҙыҡтарын шунда һаҡлағандар. Ә ҡайһы бер ризыҡты боҙолмаҫлыҡ итеп һаҡлай алырлыҡ хәлгә еткереп әҙерләгәндәр.

Эшләгәнең кеше өсөн, өйрәнгәнең үҙең өсөн
Эшләгәнең кеше өсөн, өйрәнгәнең үҙең өсөн

Башҡорттар борон өйөр-өйөр малдарын үләне шәп үҫкән ерҙәргә ҡыуып, үҙҙәре лә шул урындарҙа тирмәләр ҡороп, күсенеп йөрөгән. Мал күп булғас, һөт йылға булып аҡҡан. Ҡатын-ҡыҙҙар һөттән күп төрлө ризыҡ әҙерләгән. Һыуытҡыс урынына ҡар баҙҙары эшләп алғандар. Тиҙ боҙолоусан аҙыҡтарын шунда һаҡлағандар. Ә ҡайһы бер ризыҡты боҙолмаҫлыҡ итеп һаҡлай алырлыҡ хәлгә еткереп әҙерләгәндәр.

Ашағанда ғына тәмле, ә һөттө эш итеү өсөн күпме хеҙмәт һалына? Беҙ яратып ашаған милли ризыҡтарыбыҙ нисек эшләнә һуң? Дуҫтар, әйҙәгеҙ, беҙ ҙә әсәйҙәр, өләсәйҙәр, инәйҙәр кеүек оҫталығыбыҙҙы арттырайыҡ.  

Ҡорот башҡорт халҡының иң боронғо һәм яратып ашалған ризығы. Һыуыҡ тейеүҙән, аппетитты асыу, эсәктәге паразиттарҙы ҡыуыу өсөн дә файҙаланғандар. Ул кальцийға, С витаминына һәм башҡа файҙалы матдәләргә бай, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй. Һыуыҡ тейгәндә ҡоротто иҙеп, аҡ йәки һыры май ҡушып, ҡайнар һыуға һалып эскәндәр. Ҡоротто башҡорт пенициллины тип тә атағандар.

Ҡорот эшләү өсөн айыртылған һөттө ойотоп, ҡатыҡ яһала. Ҡатыҡ тәмлерәк булһын өсөн ҡайһы бер райондарҙа ағас батманға сейә япраҡтары ырғыталар. Ҡатыҡ күберсекләнеп әсей башлағас ҡына ҡаҙанға һалып, өҫтөнә күбеге ҡалҡҡансы ҡайнатыла. Ҡайнатманың күбеген һөҙөп алғас, уны таҙа тоҡҡа ҡойоп, элеп ҡуйыла. Эркете (сәсте эркет менән йыуһаң, ебәк кеүек йылҡылдап киткәнен, ҡалын һәм оҙон булып үҫкәнен өләсәйҙәр бик яҡшы белгән!) һарҡып, ағып бөткәнсе бер нисә көн буйы элеүле торған. Тоҡ эсендә ҡалған йәш ҡоротто тоҙлап баҫҡандар. Йомғаҡлап, таҡтаға һалып, өҫтөнә сепрәк ябып ҡояшлы, елләп торған урынға киптерергә ҡуйғандар. Кипкән ҡоротто ҡул тирмәнендә тартып, он кеүек ваҡлап, ҡоро урындарҙа һаҡлағандар. Был онтаҡты ҡышын эҫе һурпаға ҡушып эскәндәр. Киптерелгән ҡоротто йылдар буйына һаҡларға мөмкин булған. 

Ҡоротто төтөнгә ҡуйып ыҫлап та алғандар. Яңы яһалған ҡоротто ыҫлау өсөн ихаталағы асыҡ усаҡ өҫтөнә элеп ҡуйылған ағас ылашта уны аҙна-ун көнгә ҡалдырғандар. Бындай ҡоротто ашҡа һалырға ла, ҡышҡылыҡҡа һаҡларға ла булған.

Эремсекте айыртылмаған һөттән эшләгәндәр. Бының өсөн һөттө ҡайнатҡандар. Тән температураһына тиклем һыуынғас, уға әсетке һалғандар. Һөтлө күнәктең өҫтөн ябып, ҡымшанмай торған йылы урынға ултыртҡандар. Бер ике көндән һөт әсегән. Ут өҫтөнә ултыртҡанда ойотҡоло һауытты сайпылдырмағандар. Яҫы ағас ҡалаҡты кәстрүл төбөнә еткәнсе батырып ойотҡанды бик һаҡ ҡына бер-нисә өлөшкә бүлгәндәр. Был һыҙыҡтар аша эҫегән һыу өҫкә ҡалҡып сыҡҡан. Тәүге һыу күпереге күренеү менән һауыт уттан алынған һәм бүлмә йылылығына ҡәҙәре һыуытылған. Бар эремсекте лә сепрәк тоҡҡа һалып әскелтем һыуынан һарҡытып алынған. Өҫтәлгә бирер алдынан, эремсеккә яңы ағыҙған ҡаймаҡ ҡушып болғатҡандар.

Эремсек һыуында балаларға айырыуса кәрәкле булған аҡһым, минераль тоҙҙар, казеин бар. Бер литр эремсек һыуына бер литр апельсин, мандарин һутын һығып ҡушып болғатһаң, бик тәмле, үҙенсәлекле эсемлек килеп сыға. Эремсек һыуынан бик тәмле ҡоймаҡ та бешереп була.

Ҡыҙыл эремсекте эшләүе бер аҙ мәшәҡәтлерәк. Уны оҙаҡ итеп ҡайнатҡандар ҙа ҡайнатҡандар. Миҫал өсөн: ун һигеҙ литр самаһы айыртылған һөткә ҡайнап сығыр алдынан ғына ике литрҙай ике көн элек ойоған ҡатыҡ ҡушҡандар. Һөтө эреп, эремсеккә әйләнеп, көнө буйы һыуында ҡайнап ултырған. Һыуы ҡайнап бөткәс, ҡыҙыл төҫкә ингән массаны ваҡ ҡына итеп турап йәки ит турағыс аша үткәреп алғандар. Самалап 500 грамм аҡ май, 400 грамм шәкәр ҡомо йәки бал (теләгәнсә сейә, ҡарағат, муйыл, еләк) ҡушып болғатҡандар. Кемгә нисек оҡшаған. Килеп сыҡҡан ҡыҙыл эремсек массаһына матур ғына форма биреп табынға ҡуйғандар.

Табынығыҙ мул, ризығығыҙ тәмле булһын!

ТУҠМАСБИКӘ инәйегеҙ.

Эшләгәнең кеше өсөн, өйрәнгәнең үҙең өсөн
Эшләгәнең кеше өсөн, өйрәнгәнең үҙең өсөн
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: